Новости
18 Сентября , 17:00

Беренсе көндә 931182 кеше тауыш биргән

“Һайлау-2026” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә Һайлауҙарҙың беренсе көнөнә йомғаҡ яһалды.

Беренсе көндә  931182 кеше тауыш биргәнБеренсе көндә  931182 кеше тауыш биргән
Беренсе көндә 931182 кеше тауыш биргән

Көн аҙағына һайлаусыларҙың 31,89 проценты тауыш биреүе асыҡланды.

Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат Ғәҙелов әйтеүенсә, беренсе көн өсөн был бик һәйбәт һөҙөмтә. Гражданлыҡ бурысын үтәүҙә Нефтекама, Салауат ҡалалары, Асҡын, Благовар, Ейәнсура, Йылайыр, Миәкә, Салауат, Яңауыл райондары айырыуса ҙур әүҙемлек күрһәткән.

“Һайлауҙарҙың өс көн дауамында уҙғарылыуы бик ыңғай күренеш. Ял көндәрендә көҙгөһөн күптәрҙе баҡса эштәре көтә, шуға ла күп халыҡ йома көндө тауыш биреүҙе уңайлы тип тапты, – ти Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәтселек палатаһы рәйесе, Йәмәғәтселек штабы етәксеһе Энже Ревил ҡыҙы Әхмәҙуллина.

Республиканың һайлау участкалары алдағы шәмбе, йәкшәмбе көндәрендә лә, йәғни 19-20 сентябрҙә үҙ эшен дауам итәсәк.

Зөлфиә Ханнанова

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас