Новости
18 Сентября , 11:35

Һайлауҙан ситтә ҡалмағыҙ

Рәсәйҙә өс көнлөк һайлауҙар башланды — улар 18-нән 20 сентябргә тиклем була.

Добавить в предпочтительные источники Google
Һайлауҙан ситтә ҡалмағыҙҺайлауҙан ситтә ҡалмағыҙ
Һайлауҙан ситтә ҡалмағыҙ

Һайлау барышында граждандарға Дәүләт думаһы 9-сы созывының составын билдәләйҙәр. Шулай уҡ Өфө ҡала советына һәм Ҡоролтайға депутаттар һайланасаҡ.

Әгәр ҙә һеҙ әле үҙ тауышығыҙҙы биреп өлгөрмәһәгеҙ, хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: һайлау участкалары 20 сентябргә сәғәт 20.00 тиклем эшләй.

Һайлауға килгән кешеләр «Рахмат-2026» акцияһында ҡатнаша ала. Өс көндөң береһендә һайлауға килеп үҙ тауышыңды бирһәң, волонтерҙар купон бирә. Уҙған йылдарҙан айырмалы рәүештә, быйыл акцияла бүләктәр уйнатылмай, ташламалар ғына була.

Был купон менән магазиндарҙа, кафе һәм ресторандарҙа, балалар үҙәктәрендә, фитнес-клубтарҙа, автосервистарҙа, бөҙрәханаларҙа һәм башҡа акцияла ҡатнашҡан магазиндарҙа ташлама хаҡ менән түләй алаһыҙ. Купондарҙың ғәмәлдә булыу ваҡыты — 18 сентябрҙән 20 сентябргә тиклем. 

Купонды күп тапҡыр ҡулланырға мөмкин, теркәргә кәрәкмәй. Унда акцияның сайтына күсеү өсөн QR-код урынлаштырылған, сайтта партнерҙарҙың тулы исемлеге һәм акцияның шарттары менән танышырға мөмкин.

 

Һайлауға килегеҙ һәм үҙ тауышығыҙҙы бирегеҙ!

 

 

#ВыбираемВместе #ЕДГ2026 #АлгаВсейСемьей2026 #БашкортостанВыбирай2026 #ГолосМедиаСообществ2026

Һайлауҙан ситтә ҡалмағыҙ
Һайлауҙан ситтә ҡалмағыҙ
Автор:Регина Шафикова