



13 августа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ленин исемендәге паркта булды. Төбәк етәксеһе йәмәғәт киңлеген реконструкциялау барышы менән танышты.
✅ Паркта эштәрҙең күп өлөшө башҡарылған да инде. Төҙөүселәр инженер селтәрҙәрен яңыртҡан, балалар һәм спорт майҙансыҡтарын, амфитеатрҙы ҡорған. Әле ике фонтанды реконструкциялау, Зәки Вәлиди урамы яғынан тарихи арканы тергеҙеү буйынса эштәр дауам итә. Шулай уҡ бында спорт менән шөғөлләнеү өсөн маршрутты тәртипкә килтерәләр, йәйәүлеләр юлдарына плитка түшәйҙәр, яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү системаларын монтажлайҙар.
– Өфөнөң Ленин исемендәге паркы реконструкциянан һуң республикабыҙҙа иң матур йәмәғәт урындарының береһе буласаҡ. Һәм ул октябрҙә, Республика көнөнә, асылырға тейеш тә инде. Шуға күрә уға иғтибарҙы арттырҙыҡ. Беҙ паркты мемориаль майҙансыҡ итеп түгел, ә йәйәү йөрөү, шул иҫәптән балалар өсөн яҡшы, уңайлы урын итергә теләйбеҙ, – тине төбәк етәксеһе, подрядсы менән эш пландарын тикшергәндән һуң.