Новости
2 Августа , 07:00

Өфө ансамбленең Истанбулдағы ҙур еңеүе

***

Өфөнөң «Айтуған» халыҡ бейеүҙәре ансамбле Истанбулда Бөтә донъя халыҡ бейеүҙәре конкурсы кубогын яуланы. Был хаҡта БР Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итәләр. 
 
Халыҡ-ара конкурста донъяның 37 иленән 45 бейеү ансамбле ҡатнашҡан. Рәсәй исеменән дүрт коллектив, шул иҫәптән Өфө университетының «Айтуған» ансамбле сығыш яһаған. Жюриҙа Европа, Азия, Африка һәм Латин Америкаһынан хореография өлкәһендә танылған эксперттар эшләгән. Судьялар оҫта башҡарыуҙан тыш, костюмдарҙы, музыкаль биҙәлеште лә баһалаған. 
 
Конкурс шарттары буйынса һәр ҡатнашыусыға 15 минутлыҡ программа тәҡдим итергә кәрәк булған. Коллектив етәксеһе Әлфиә Сәйфуллина әйтеүенсә, башҡорт бейеүҙәренең тиҙ темпы, бейек һикереүҙәрҙең күплеге һәм һүрәттәрҙең динамик алмашыныуы артистарҙан айырыуса сыҙамлыҡ талап итә. «Айтуған» дүрт постановканы берҙәм композицияға берләштергән, был коллективҡа тамашасыларҙың һөйөүен яуларға һәм профессиональ берләшмәнең юғары баһаһына лайыҡ булырға мөмкинлек биргән. Еңеүсе Кубогы менән бергә бейеүселәр 5 000 доллар күләмендә аҡсалата бүләк алған.

#ҡоролтай #Всемирныйкурултайбашкир #курултай #Айтуган #Танцы #Культура #Турция #башкиры #башҡорттар #Башкортостан #Башҡортостан

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас