Новости
26 Июля , 13:00

"Рәхәттә" фестивалендә мөһим документ ҡабул ителде

Өфөләге “Ҡашҡаҙан” паркында “Рәхәттә” сәләмәтлек һәм туризм фестивален асыу тантанаһында Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Шәрипов, эксперттар һәм башҡалар ҡатнашты.

"Рәхәттә" фестивалендә мөһим документ ҡабул ителде"Рәхәттә" фестивалендә мөһим документ ҡабул ителде
"Рәхәттә" фестивалендә мөһим документ ҡабул ителде

Сара барышында дүрт яҡлы килешеү төҙөлдө.

Евразия мунса федерацияһы рәйесе Кристина Бугрова (Өфө), “ТЭОС” туризм һәм экскурсиялар ойошмалары һәм белгестәре ассоциацияһы президенты Владимир Кригер (Санкт-Петербург), Милли мунсалар ойошмаһы берекмәһе президенты Наталья Маслова (Мәскәү) һәм Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы документҡа ҡул ҡуйҙы.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас