Новости
20 Июня , 05:00

Ашығыс хәбәр һәм оператив мәғлүмәтте ҡайҙан һәм нисек алырға?

Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгестәре аңлата. 


 
👉 Мобиль ҡушымталар – телефонығыҙға ҡуйығыҙ һәм белдереүҙәрҙе тоҡандырығыҙ: 
 
❶ "112 – Экстренная помощь". Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр дәүләт комитетының рәсми ҡушымтаһы ғәҙәттән тыш хәлдәр, шул иҫәптән БПЛА һөжүме һәм ракета хәүефе тураһында ла хәбәр итә. RuStore (vk.cc/cLHqsQ) ярҙамында ҡуйып алығыҙ йәки App Store (vk.cc/clpboB).
 
❷ "МЧС России". Унда яңылыҡтар, ашығыс белдереүҙәр һәм хәүеф янағанда үҙеңде нисек тотоу кәрәклеге тураһында кәңәштәр бар. Шулай уҡ ракета һәм БПЛА һөжүме янауы тураһында хәбәр итә. RuStore (vk.cc/cxKGEG) ярҙамында ҡуйып алығыҙ йәки App Store (vk.cc/bVKBEb).

👉 МАКС мессенджеры – ышаныслы 
каналдарға ҡушылығыҙ: 
 
🔗 Госкомитет Республики Башкортостан по чрезвычайным ситуациям: vk.cc/cYS3He

🔗 Председатель Госкомитета по ЧС Республики Башкортостан Кирилл Первов: : vk.cc/cYS3ET
 
🔗 РСЧС Республики Башкортостан: vk.cc/cYS3CB

Иғтибар итегеҙ, МАКС-тағы рәсми аккаунттар интернетҡа инеү сикләнгән осраҡта ла эшләй. 
 
👉 Пилотһыҙ һәм ракета хәүефе тураһында СМС-хәбәр автоматик рәүештә килә. Тик телефонығыҙҙа система белдереүҙәрен тоҡандырырға онотмағыҙ. 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас