

Быйылғы форум “Барыһы ла еңеү өсөн!” девизы аҫтында үтә. Сараға медиатармаҡтан 300-ләп вәкил йыйылды. Улар араһында республика һәм район-ҡалалар баҫмалары етәкселәре һәм журналистары, хәрби хәбәрселәр, мәғлүмәт хәүефһеҙлеге эксперттары бар.
Баш һүҙ менән Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ етәксеһе Максим Ульчев сығыш яһаны. Ул тармаҡта 2500-ләп кеше эшләүен билдәләне. Радио, телевидение, мәғлүмәт агентлыҡтары, гәзит-журналдар хеҙмәткәрҙәре халыҡҡа ышаныслы мәғлүмәтте ваҡытында еткереү менән мәшғүл.
Программала бер нисә секцияның эше планлаштырылған.