Новости
14 Июня , 11:00

Радий Хәбиров: "Хеҙмәтегеҙ өсөн баш эйәм!"

***

Бөгөн Башҡортостанда матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре үҙенең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо айҡанлы #ЖЗЛ_Башкортостан рубрикаһында республика етәксеһе Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, РФ-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Наилә Ғизетдин ҡыҙы ҒӘЛӘҮЕТДИНОВА тураһында яҙған. 

Наилә Ғәләүетдинова Архангел районында тыуған. Өфө сәнғәт училищеһы студенты булған осорҙа, 16 йәшендә ул тәүге тапҡыр ҡулына микрофон ала, ә 1965 йылдан матур һәм көслө тауышы эфирҙа даими яңғырай башлай. 

Уға республика етәкселегенең докладтарын уҡыуҙы, бөтә союз яңылыҡтарын еткереүҙе ышанып тапшыралар. Наилә Ғәләүетдинова халыҡ яратҡан бик күп төрлө тапшырыуҙарҙы алып бара, радио-спектаклдәрҙә уйнай, ҙур фестивалдәрҙә һәм сараларҙа ҡатнашырға, йәштәргә тәжрибә уртаҡлашырға ла ваҡыт таба. 
 
💯 "Наилә Ғизетдин ҡыҙын һәм беҙҙең киң мәғлүмәт сараларында эшләүсе уның барлыҡ хеҙмәттәштәрен байрам менән ҡотлайым. Хеҙмәтегеҙ өсөн баш эйәм. Һау һәм бәхетле булығыҙ!" - тип яҙған сәхифәһендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас