

🍁Сараға яугирҙың яҡындары, рухташтары, яуҙаштары, яҡташтары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзалары, Аҡһаҡалдар ҡоро вәкилдәре килгәйне.
✨ Яугир-интернационалист Афғанстанда, Төньяҡ Кавказда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы булараҡ, Башҡортостан Республикаһынан Луганск Халыҡ Республикаһына, Донбасс халҡына, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам ойоштороуҙа башлап йөрөүсе хәстәрлекле, оло йөрәкле ир - уҙаман ине, - тип һоҡланып та, һағынып та иҫкә алдылар.
Билдәле булыуынса, яугир рухлы Тимерйән Рәжәп улы, оло ҡаһарманлыҡ өлгөһө күрһәтеп, махсус хәрби операцияла ҡатнашты. Уның вафатына бер йыл була.
💥 Хәтер кисәһенә килеүселәр Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылында тыуған яҡташыбыҙ хаҡында йылы хәтирәләре менән бүлештеләр, батыр рухына бағышлап аяттар уҡылды.
Ир- егеткә, айырыуса йәш быуын вәкилдәренә сағыу илһөйәрлек күрһәтеп йәшәгән һоҡланғыс шәхес - Тимерйән Рәжәпов исемен мәңгеләштереү тураһында тәҡдимдәр киләсәктә тормошҡа ашыр, тигән өмөттәбеҙ.