Новости
4 Июня , 07:00

Мөфтөй менән бер сәғәт

🔸3 июндә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы офисында Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе, мөфтөй Айнур хәҙрәт Бирғәлин менән осрашыу үтте.

Мөфтөй менән бер сәғәтМөфтөй менән бер сәғәт
Мөфтөй менән бер сәғәт

 Сараны Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, журналист Морат хәҙрәт Лоҡманов ойошторҙо. Әңгәмәлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзалары, йәмәғәтселәр, журналистар ҡатнашты.

Сараның төп маҡсаты: мөфтиәттең төп эшмәкәрлеге менән танышыу, йәмәғәтселек, халыҡ менән эшләүҙә дин буйынса килеп тыуған мәсьәләләрҙе мөфтиәт менән берлектә башҡарыу юлдарын асыҡлау.
🤲 "Һуңғы йылдарҙа республикала мәсеттәрҙең ишәйеүе, балалар өсөн үҙәктәр асылыуы шатлыҡлы күренеш.
Әлеге ваҡытта Диниә назаратында дүрт мәҙрәсә, береһенең яңы корпусы барлыҡҡа килде. Сибай мәҙрәсәһендә ремонт эштәре алып барыла. Имамдар әҙерләү, уларҙы оло тормошҡа баҫтырыу өсөн мөмкинселектәр етәрлек. Беҙҙә мәсет курстарынан алып докторантураға тиклем уҡыу ҡаралған.

Төрлө конкурстарҙа шәкерттәребеҙ һынатмай. Рәсәй буйынса ла, Халыҡ-ара конкурстарҙа ла юғары кимәлдә сығыш яһайҙар. Хатта Чечен, Татарстан республикаһы уҡыусыларын уҙып киттеләр. Был беҙҙең республикабыҙ өсөн оло ҡаҙаныш. Яҡшы күрһәткестәр көндәлек эш һөҙөмтәһе, әлбиттә,"- тип шатлыҡтары менән уртаҡлашты Айнур Бирғәлин.
🔸Асыҡтан-асыҡ һөйләшеү барышында дин әһелдәре Диниә назараты эшмәкәрлеге, күптән түгел уҙған Ҡорбан ғәйете, махсус хәрби операцияға ярҙам, Салауат Юлаев проспектындағы "Әр-Рәхим" мәсете төҙөлөшө һәм башҡа көнүҙәк темалар хаҡында әңгәмәләште.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған бихисап һорауҙарын бирҙе.
🔸Мөфтөй "Әр-Рәхим" мәсете төҙөлөшөнә айырыуса туҡталып үтте. Был мәсьәләнең эсендә ҡайнаған һәм төҙөлөштөң нескәлектәрен белгән кеше булараҡ, уның ни сәбәпле оҙаҡ йылдарға һуҙылғанын аңлатты һәм эштең күләмен күрер өсөн журналистарға иман йорто биләмәһенә барып ҡайтырға тәҡдим итте.
🔸Мөфтөй менән бер сәғәткә планлаштырылған сара ике сәғәттән ашыу барҙы. Һорауҙарға ихлас яуаптар алынды. Әммә, билдәле, бер осрашыу - бер күрешеү генә.
"Киләсәктә был башланғыс емешле булыр һәм артабан да ошо тәжрибәне дауам итербеҙ, тип ышанам, сөнки бөгөн дингә, уның тәғлимәттәренә, уларҙың көндәлек тормоштағы ҡулланышына ҡыҙыҡһыныу ҙур", - тип билдәләне Морат хәҙрәт.


Ф.Абдулова.

Мөфтөй менән бер сәғәт
Мөфтөй менән бер сәғәт
Мөфтөй менән бер сәғәт
Мөфтөй менән бер сәғәт
Автор:Файруза Абдулова
Читайте нас