

Сара 13-сө ҡала клиник дауаханаһы майҙансығында үтте. Ултырышҡа тиклем төбәк етәксеһе уның мөмкинлектәре менән танышты.
Ҡатнашыусылар халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү системаһын камиллаштырыуҙы, шулай уҡ күләмле тармаҡ проекттарын һәм программаларын тормошҡа ашырыуҙы тикшерҙе.
Эш башында Радий Хәбиров һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн республиканың медицина берләшмәһенә рәхмәт белдерҙе һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
– Башҡарған эшегеҙ өсөн рәхмәт, – тине Радий Хәбиров. – 2025 йылды бергә яҡшы үткәрҙек. Ябай булмаған шарттарға ҡарамаҫтан, алдан билдәләнгән пландарҙы үтәүҙе дауам итәсәкбеҙ.
Ултырышта Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Ашығыс медицина ярҙамын ойоштороу һәм сәләмәтлеккә янаусы хәүефтәр менән идара итеү департаменты директоры Инна Куликова ҡатнашты. Ул халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү системаһын нығытыу буйынса төбәк идара итеү командаһының эш һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы.
– Һеҙ илдә тәүгеләрҙән булып эшкә заманса технологиялар һәм яңы ойоштороу алымдарын индерәһегеҙ. Был халыҡҡа сифатлы хеҙмәттәр күрһәтергә, төрлө ауырыуҙарҙы ваҡытында диагностикаларға һәм дауаларға мөмкинлек бирә, – тип билдәләне Инна Куликова.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин төбәк медицина тармағының 2025 йылдағы эшмәкәрлеге йомғаҡтары тураһында тулыраҡ мәғлүмәт бирҙе. Иң мөһим йүнәлеш – үлем кимәленең планлы кәмеүе. Уның дөйөм күрһәткесе 2021 йылда 1 мең кешегә 16,1 осраҡ булһа, 2025 йылда 11,4 осраҡҡа тиклем кәмегән.
– Эшмәкәрлекте артабан камиллаштырыу, шул иҫәптән ауырыуҙарҙы иҫкәртеү йәһәтенән алда торған бурыстарҙы аңлайбыҙ. Артабан да алға барасаҡбыҙ – һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының матди базаһын нығытыу һәм уларҙы профессиональ кадрҙар менән тәьмин итеү йәһәтенән, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Айрат Рәхмәтуллин. – Шулай уҡ урындарҙа ойоштороу-методик ярҙам күрһәтеүҙе дауам итәсәкбеҙ.
Министр хәбәр итеүенсә, һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереү өс йүнәлеш буйынса алып барыла – ул инфраструктура, кадрҙар һәм процестар. Инфраструктураны үҫтереү хаҡында һүҙ алып барғанда, Айрат Рәхмәтуллин 2025 йылда «Беренсел звеноны яңыртыу» төбәк программаһы сиктәрендә Башҡортостанда Асҡында, Баҡалыла, Асҡарҙа, Благовещенда, Учалыла һәм Яңауылда алты яңы поликлиника файҙаланыуға тапшырылыуын билдәләне. Бынан тыш, туғыҙ һаулыҡ һаҡлау объекты ремонтланған, 137 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм амбулатория ҡуйылған, шулай уҡ 5 мең берәмек төрлө ҡорамалдар һатып алынған.
Башҡортостан Башлығы башланғысы менән Өфөнөң беренсел һаулыҡ һаҡлау звеноһы учреждениеларын яңыртыу программаһы эшләй башлаған. Былтыр уның сиктәрендә ике поликлиникала ремонт эштәре башҡарылған.
Процестарҙы камиллаштырыу йәһәтенән Һаулыҡ һаҡлау министрлығы медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн стандарттар әҙерләүҙе дауам итә. Был медицина ярҙамын алыу мөмкинлеген һәм халыҡтың уның сифаты менән ҡәнәғәтлек кимәлен арттыра – ул 70 проценттан ашыу. 2026 йылда табиптар иғтибарҙы кабинеттарға сираттарҙы кәметеүгә, шулай уҡ поликлиникаларҙың фронт-офисы администраторы стандартын индереүгә йүнәлтергә планлаштыралар.
Кадрҙар мәсьәләһен хәл итеүгә төбәктә медицина белемен үҫтереү булышлыҡ итә. Мәҫәлән, 2025 йылда Сибай медицина колледжының Аҡъярҙағы филиалы эшләй башланы. Бынан тыш, урта һөнәри белем биреү системаһында яңы «Стоматология эше» һөнәре индерелә.
«Ауыл табибы» һәм «Ауыл фельдшеры» республика программалары үҙ һөҙөмтәлелеген иҫбатлай, улар ауыл еренә эшкә 300-ҙән ашыу белгесте йәлеп итергә мөмкинлек бирҙе. Ә 2026 йылдан республикала 50 меңдән ашыу кеше йәшәгән ҡалаларҙа эшкә ҡабул ителгән табиптарға ярҙам программаһы старт алды.
Яҡын киләсәктә мәғлүмәт технологияларын һәм телемедицинаны үҫтереүгә, шулай уҡ яһалма интеллект элементтарын индереүгә иғтибар ҙур буласаҡ.
Башҡортостан Башлығы тармаҡты тотороҡло үҫтереү өсөн булған ресурстарҙы һөҙөмтәле файҙаланыуҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Медицина берләшмәһе бик кәрәкле эш башҡара. Халҡыбыҙҙың да уны юғары баһалауы ҡыуаныслы, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.