

Батырыбыҙға һәйкәл Өфөнөң Черниковка биләмәһендә реконструкциялана. Реставрация барған оҫтахана ҙур һәм яҡты, белгестәр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған.
Әлеге мәлдә механик һәм химик таҙартыу үткәрелгән, дефекттарҙы асыҡлау дауам итә. Буяу ҡатламдарын алғандан һуң яңы етешһеҙлектәр табылған. Был хаҡта реставрация төркөмө етәксеһе урынбаҫары Пётр Волков һөйләне.
- Һәйкәлде буяу ҡатламдарынан таҙартҡандан һуң хәлдең күпкә киҫкенерәк торғанлығын аңланыҡ – сатнаған урындары беҙ күҙаллағандан күберәк булып сыҡты. Суйындың 60-70 процентын алмаштырырға кәрәк. Ә инде ҡалған 30 проценты 10-15 йылдан ни рәүешле булырын әйтеп булмай, сөнки металл насар хәлдә, - тине ул.
Белгестәр тағы бер етешһеҙлеккә иғтибарҙы йүнәлтте: һәйкәлдең ҙур ғына өлөшө, атап әйткәндә, аттың башы терәк таяуға йәбештерелмәгән, ул үҙен-үҙе тотҡан. Күп тигәндә ярты йылдан ул һынып төшөр ине, был осраҡта федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объектын бөтөнләйгә юғалтыу ҡурҡынысы янаған.
-Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың реставрация зарурлығы тураһындағы ҡарары бик ваҡытлы булды. Мин, Салауат исемен йөрөткән кеше булараҡ, был ҡарар менән тулыһынса килешәм, - тип белдерҙе Башҡортостан мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы начальнигы, Күҙәтеү советы рәйесе Салауат Ҡолбахтин. - Металдың сифаты ҙур шик тыуҙыра: ҡойоуҙан ҡалған тишек-тошоҡ, эшкәртелмәгән шлак күп. Реставрациялау эштәрен ваҡытында башламаһаҡ, республикабыҙ символын юғалтыуыбыҙ ихтимал ине.
Онлайн-кәңәшмәлә Сәнғәт академияһы фондының реставрация департаменты директоры Анна Пышта ҡатнашты.
-Постамент, ҡурған, скульптураның торошон асыҡлау бурысы тора ине, - тине ул. - Ҡурған һәм уның эргәһендәге территорияға геодезия, геология, экология, гидрометрология буйынса инженер тикшереүҙәре үткәрҙек. Билдәле булыуынса, постаменттың урынан күсеү ихтималы электән хәүеф тыуҙырған. Әле иһә был процесҡа булышлыҡ итеүсе яңы факторҙар асыҡланды. Ҡурғанды ла, постаментты ла, һәйкәлде лә нығытып ҡуйыу юлдарын эҙләйбеҙ. Шулай уҡ дефектологтар ҙа бына-бына тикшереү эштәрен тамамлаясаҡ.
Анна Пышма әйтеүенсә, суйындағы углерод миҡдарын билдәләү буйынса һәм башҡа айырым химик-технологик тикшеренеүҙәр үткәрәсәктәр. Суйындың химик һәм углерод структураһы буйынса тулы отчёт 22 майға әҙер буласаҡ.
Һәйкәлдең торошон асыҡлау буйынса барлыҡ тикшереү эштәре тамамланғас, реставрация эштәрен ниндәй юҫыҡта дауам итеү буйынса аныҡ ҡарар ҡабул ителәсәк. Бәлки, бронзанан өр-яңы скульптура ҡойолор - белгестәр был вариантты ла инҡар итмәй.
Автор фотолары.