Новости
17 Апреля , 11:16

Диктант яҙҙыҡ ултырып...

Бөгөн мөһим сара уҙғарылды - донъяның төрлө мөйөштәрендә йәшәгән милләттәштәребеҙ Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантҡа ҡушылды.

Диктант яҙҙыҡ ултырып...Диктант яҙҙыҡ ултырып...
Диктант яҙҙыҡ ултырып...

Был күләмле акция Мәғариф һәм фән министрлығы, Мәҙәниәт министрлығы, Башҡорт телен үҫтереү һәм яҡлау фонды, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан йыл һайын ойошторола. Диктанттың маҡсаты — башҡорт теленә һөйөү, ҡыҙыҡһыныу уятыу, туған телде өйрәнеүгә киң йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү, тел мәҙәниәтен үҫтереү.

Өфө ҡалаһының Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһына ла  диктант яҙырға теләүселәр йыйылды.

Акцияла уҡыусылар, уҡытыусылар, ата-әсәйҙәр, килгән ҡунаҡтар үҙҙәренең белем кимәлен тикшереп ҡарарға теләк белдерҙе.

Ҡатнашыусыларҙы гимназия ҡурай ансамбле, 9а класы уҡыусыһы Боташев Ильяс, 3в класы уҡыусыһы Сәфәрғәлин Батырхан йыр менән сәләмләне.

Диктант тексын гимназияның алдынғы уҡытыусылары Лилиә Ғилметдин ҡыҙы Бикбаева һәм Эльмира Салауат ҡыҙы Хәсәнова уҡыны. 

Сара күркәм байрам кәйефендә үтте. Ҡатнашыусылар рухи аҙыҡ алып, илһамланып өйҙәренә таралышты.

Диктант яҙҙыҡ ултырып...
Диктант яҙҙыҡ ултырып...
Диктант яҙҙыҡ ултырып...
Автор:Раиля Галеева
Читайте нас