

Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге директоры Лəйсəн Аҙнабаева – ошо мөһим сараны ойоштороу һәм уҙғарыуға күп көс һалған замандашыбыҙ.
– Үткән йылдарҙа диктант яҙыуҙа əүҙем ҡатнаштым, быйыл иһә ойоштороусылар рəтендəмен. Халыҡ-ара диктантты уҙғарыу буйынса майҙансыҡтарҙы, эксперттарҙы теркәү беҙҙең яуаплылыҡта. Ресурс үҙәге командаһы бар эштәрҙе лә ҙур яуаплылыҡ менән башҡара, – ти Ләйсән Хəсəн ҡыҙы.
Халыҡ-ара диктант республика өсөн ябай акция түгел. Ул халҡыбыҙҙы берләштереүсе, үҙаңыбыҙҙы уятыусы шәп сара. Туған тел аша беҙ асылыбыҙҙы аңлайбыҙ, халҡыбыҙҙың рухи байлығын һаҡлайбыҙ.
– Сараның төп əһəмиəте тип милләттәштәремдең берләшеүен атар инем. Төрлө илдә булыуҙарына, ваҡыт айырмаһына ҡарамаҫтан, халҡым үҙ телендә диктант яҙа. Йылдан-йыл был сарала ҡатнашыусыларҙың күбәйеүе ҡыуаныслы күренеш. Тәүге йылдарҙа күберәк уҡыусылар, балалар яҙһа, аҙаҡҡы йылдарҙа балалар менән бер рәттән атай-әсәйҙəр, хатта олатай-өлəсəйҙəр ҙә диктант яҙа. Ошо көндө түҙемһеҙлек менән көтөп алыуҙары, уны ябай акция итеп түгел, ə оло байрам итеп ҡабул итеүҙәре бик күпте һөйләй. Тимәк, беҙ дөрөҫ юлдан барабыҙ, – тип һөйөнә ул. – Текстар йыл да уйланып һайлана, актуаль, йыл тематикаһына бәйле улар. Халыҡ-ара диктантта ҡатнашыу, берҙәмләшеүҙән тыш, телгә һөйөү, ҡыҙыҡһыныу уятыу, уны модалы итеүҙең бер сараһы.
Ысынлап та, акцияға төрлө төбәктәрҙән һәм сит илдәрҙән дә ҡушылалар. Йылдан-йыл акцияның даирәһе киңәйә: 2019 йылда диктантты 60 мең кеше яҙһа, үткән йылда ҡатнашыусылар һаны 405 меңгә еткән.
Акция онлайн һәм офлайн форматта уҙасаҡ. Онлайн «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы», «Тамыр» (башланғыс кимәл) телеканалдарында, «Ашҡаҙар» радиоһында, шулай уҡ Акцияның рәсми сайтында, Акцияны ойоштороусыларҙың социаль селтәрҙәрендә күрһәтелә. Шулай уҡ Рәсәй федерацияһы субъекттарында, сит илдәрҙә, Башҡортостан республикаһы райондарында һәм Өфө ҡалаһы ойошмаларында офлайн-ҡатнашыу өсөн майҙансыҡтар ойошторола. Был акцияла теләгән һәр кеше ҡатнаша ала.
Диктантта ҡатнаш һәм тарихтың бер өлөшө бул! Тулыраҡ мәғлүмәт һәм теркәлеү bashdictant.ru/ сайтында.