

"Ошо көндәрҙә яҙғы гөрләүектәргә ҡушылып башҡортса йыр-моң ағылды. Милли мәҙәниәттәр үҙәге тағы ла милләттәштәребеҙҙе матур, сағыу концертҡа йыйҙы", - тип яҙалар "Югра башҡорттары" төркөмөндә.
"Самрау" бейеү ансамбле ҡыҙҙары сәхнәне "дер" һелкетеп бейеһә, "Югра башҡорттары" йыр коллективы дәртле йырҙары менән күңелдәрҙе күтәрҙе. Йырсы ҡыҙҙар Фаягөл Ураҙбаева, Земфира Аллабирҙина, Динә Халиҡова, Алиса Мөсәкәева, Ильмир Ҡотлоғәлләмов, Ильфат Кинйәбаев моңло йырҙарын бүләк итте, баянсы Фәис Шәйҙуллин баянға бейетте", - тип билдәләй Югра башҡорттары.
Тулыраҡ фотоларҙа - https://vk.com/album-190573147_309432371
#курултай #ҡоролтай #всемирныйкурултайбашкир #башкирыюгры #юграбашҡорттары