

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ырыуҙар хәрәкәте» проектын дауам итеп, Стәрлебаш районы делегацияһы Мерәҫтә төпләнгән Юрматы ырыуы вәкилдәре менән осрашыу һәм танышыу сараһын ойошторҙо.
Башҡортостан Республикаһының күсмә һәм ҡоролма тарихи‑мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм ҡулланыу буйынса фәнни‑етештереү үҙәге директоры, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Данир Ғәйнуллин үҙенең сығышында былай тине: «Был сара — ике быуат элек айырылған һәм оҙаҡ ваҡыт аралашмаған нәҫелдәрҙең яңынан берләшеүе билдәһе. Мерәҫ ауылы рәсми сығанаҡтарҙа тәүге тапҡыр 1786 йылда телгә алына. Ауылға Башҡортостандың Аллағыуат һәм Сытырман ауылдарынан сыҡҡан Тәтегәс түбәһе вәкилдәре нигеҙ һалған. Бөгөн беҙ тарихыбыҙҙы барларға еткерергә, туғанлыҡ ептәрен нығытырға һәм белгәндәребеҙҙе йәш быуынға тапшырырға йыйылдыҡ».
Осрашыуҙа төбәк һәм республика күләмендә танылған шәхестәр ҡатнашты: Данир Ғәйнуллин — Башҡортостан Республикаһының күсмә һәм ҡоролма тарихи‑мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм ҡулланыу буйынса фәнни‑етештереү үҙәге директоры, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы; Нурислам Ҡалмантаев — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Аппараты белгесе, тарих фәндәре кандидаты, Өфө фән һәм технологиялар университеты уҡытыусыһы; Гөлфиә Янбаева — республика «Ағинәй» йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе, «Киске Өфө» газетаһының баш мөхәррире ; Искәндәр Ғәзизов — Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы.
Ҡунаҡтарҙы Марат Сарбаев — Ырымбур ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе; Иҙелғужина Әлсирә — Мерәҫ ауылы мәктәбе директоры; Дилара Сатучина — ауыл клубы етәксеһе; Гөлнара Сатучина — китапханасы ҡаршы алды.
Өфөнән килгән ҡунаҡтар Мерәҫтә йәшәгән туғандарына ҙур рәхмәттәрен белдереп, үҙҙәрен ҡунаҡсыл Стәрлебаш ерендә көтөп ҡалабыҙ, тип хушлаштылар.
Ауылда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан атайҙарына һәм олатайҙарына арналған стелла ҡуйылған. Ауыл клубының стенаһында өс таҡтаташ урын алған. Беренсеһе — ошо ауылда йәшәгән Һеләүһен Кинзинға; икенсеһе — башҡорт милли хәрәкәтен башлап ебәреүсе, «Башҡортостан» газетаһының беренсе редакторы Сәғит Мерәҫовҡа; өсөнсөһө — милли хәрәкәттә әүҙем ҡатнашыусы, «Башҡортостан» газетаһының икенсе редакторы Кәрим Иҙелғужинға арналған.
Мерәҫ ауылы — башҡорт ауылдары араһындағы күренекле ауылдарҙың береһе, был ундағы тарихи мираҫтан аныҡ күренеп тора.