

Ошо көндәрҙә Красноусолдағы “Тирәккәй” балалар баҡсаһында тантаналы шарттарҙа башҡорт теле бүлмәһе асылған:
"Ул “Балаларға аманат” проекты сиктәрендә республика Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырылған.
Маҡсаты - башҡорт телен һаҡлау һәм мәктәпкәсә йәштәге балаларҙа башҡорт милләте мәҙәниәтен тәрбиәләү.
Балалар баҡсаһы коллективының шатлығын уртаҡлашырға район хакимиәте башлығының иҡтисади мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлнара Ғөбәйҙуллина, Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты директоры Гөлсөм Монасипова, район мәғариф бүлегенең мәктәпкәсә тәрбиә буйынса методисы Лира Бәхтийәрова килде", - тип хәбәр итә "Табын" гәзите.