

"Поэзия и проза тюркских и монгольских народов" тигән бик дәү китап Мәскәүҙә баҫылған. Милли әҙәбиәт музейы директоры Зәки Әлибаев әҙиптәребеҙ әҫәрҙәрен илгә танытыу өсөн тырыша.
"Антологияға 7 автор инде, улар Мәскәүҙә һәм Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында презентация үткәрәсәк", - тине ул.
Кисә Өфөлә тәүгеһе уҙҙы. Студенттар Фәрзәнә Аҡбулатова, Миңзәлә Шөғәйепова, Фәнил Бүләков һ.б менән аралашты.
Сығанаҡ: Әнисә Муллағолова сәхифәһенән.