Все новости
Новости
24 Марта , 11:00

«Яҙыусы һәм ваҡыт»

Ошо көндәрҙә Беларусь Республикаһының баш ҡалаһы Минскийҙа Яҙыусыларҙың халыҡ-ара симпозиумы уҙғарылды.

 «Яҙыусы һәм ваҡыт» тип исемләнгән был сарала Рәсәй, Үзбәкстан, Тажикстан, Әрмәнстан, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан республикаларынан йыйылған әҙиптәр әҙәбиәттең бөгөнгө проблемалары һәм үҫеү юлдары хаҡында фекер алышты. Рәсәй яҙыусылары составында, Башҡортостан вәкилдәре булараҡ, Айгиз Баймөхәмәтов һәм Зөлфиә Ханнанова сығыш яһаны.
Башҡорт әҙәбиәтен пропагандалауға тос өлөшө индергән өсөн Айгиз Баймөхәмәтов Беларусь Республикаһы Яҙыусылар союзы рәйесе Алесь Карлюкевичҡа Башҡортостан Яҙыусылар союзының мәртәбәле наградаһы Рәми Ғарипов миҙалын тапшырҙы.
Симпозиумда ҡатнашыусылар шулай уҡ XXXIII халыҡ-ара китап йәрминкәһендә, Беларусь Республикаһының Милли тарих музейында, белорус әҙәбиәте классигы Янка Купаланың йорт-музейында уҙғарылған сараларҙа ҡатнашты.

Читайте нас