Все новости
Новости
22 Марта , 18:00

Ырымбур башҡорттары ҡоролтайы мәҙәни сараларҙа бик әүҙем!

***

Ырымбур башҡорттары ҡоролтайы: «Ҡарабай» йыры диплом һәм ҡиммәтле бүләк килтерҙе

✅Ырымбур ҡалаһы башҡорттары  ҡоролтайы Халыҡтар  берҙәмлеге йылы уңайынан ойошторолған сараларҙан ситтә ҡалмай. Был хаҡта беҙгә уның рәйесе Марат Сарбаев хәбәр итә. 
✅Ураҙа ғәйете көнөндә Ырымбур ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының  "Яйыҡ" ансамбле ағзалары концерт менән сығыш яһаған, шулай уҡ кадеттарҙы милли кейем, аш-һыу, музыкаль ҡоралдар менән таныштырған. Сараның аҙағында бөтә кадеттар ҙа милли аш тәмләп ҡараған.. Ә инде фойе лә  ҡуйылған тирмә бигерәк тә байрамды биҙәгән.
✅Ә икенсе көнөнә  ҡоролтайҙың "Яйыҡ" фольклор ансамбле, Ырымбур ҡалаһының 88-се мәктәбе уҡытыусылары "Свои" фестивалендә ҡатнашып,  тамашасыларҙы башҡорт халыҡ йыры "Ҡарабай" менән һөйөндөргән. Зал көслө алҡыштарға күмелгән. Уларға  диплом һәм ҡиммәтле бүләк тапшырылған.

Автор: Айбулат Ишназаров
Читайте нас