"Айыҡ ауыл " бәйгеһе бына-бына тамамланырға тора. Ошо проект башланғандан алып муниципаль этапта ла, республика этабында ла бик күп саралар уҙҙы, ауыл халҡы бер көн дә буш булманы, тиһәң дә хата булмаҫ. Ә Бөрйән районы Ғәҙелгәрәй ауылы халҡының алға маҡсат итеп ҡуйған эштәре, уй-хыялдары етерлек әле!
Күптән күңел төбөндә йөрөткән, сит өлкәләрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең йәшәйешен, эштәрен, йәмәғәт тормошон барып күрергә тигән хыялыбыҙҙы тормошҡа ашырып, Ғәҙелгәрәй ауылы ағинәйҙәре , ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, Кейекбай ауыл хәкимиәте башлығы Азамат Алтыншин һәм эштәр менән идара итеүсе Гөлсөм Хәлитова етәкселегендә район мәҙәниәт һарайының автобусында Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһына Халыҡтар дуҫлығы йортона юл тоттоҡ.
Беҙҙе Халыҡтар дуҫлығы мәҙәни үҙәгенең башҡорт бүлеге етәксеһе Мортазина Рәшиҙә Тайып ҡыҙы ҡолас йәйеп ҡаршы алды. Ошо ҙур ғына үҙәктә бер нисә милләт: башҡорттар, татарҙар, урыҫтар, ҡаҙаҡтар, әрмәндәр, йәһүдтәрҙең үҙҙәренең бүлектәре, милли рухта йыһазландырылған бүлмәләре, музейҙары бар.Төрлө телдә һөйләшкән, төрлө мәҙәнилеккә эйә булған хеҙмәткәрҙәр менән мәҙәни усаҡ гөрләп тора.
"Ошо Магнит ҡалаһында Башҡорт сәнғәт йортон асып, 18 йыл эшләнем, унан һуң Халыҡтар дуҫлығы йорто менән берләштереп, 2012 йылдан алып, башҡорт бүлеге етәксеһе булып эшләйем. Бөтә милләт кешеләре менән килешәбеҙ, бер кем бер кемде лә ҡыйырһытмай, дуҫ-татыубыҙ. "Миләш" һәм "Мираҫ" тигән ҡатын-ҡыҙҙар клубы бар. Биш бейеү ансамблебеҙ эшләй. "Йәшлек" бейеү ансамбле яңы Өфөлә "Байыҡ" бәйгеһендә 100 балл йыйып ҡайтты. Көҙгә Гала-концертта ҡатнашыу хоҡуғын яуланылар. Бәләкәй балаларҙың "Осҡон" бейеү ансамбле бик әүҙем. "Ҡарлуғас" фольклор ансамбле ҡатын-ҡыҙҙары йырлай ҙа, бейей ҙә, ул ансамблдең ойошторолоуына быйыл 30 йыл тулды.
Силәбе - Башҡортостан дуҫлығы һүрелмәһен, ҡатнашып йәшәйек, ғәҙелгәрәйҙәр, Хоҙай насип итһә, һеҙгә лә барырбыҙ!" - тине Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, "Ал да нур сәс халҡыңа", "Милләт әсәһе" миҙалдарына лайыҡ булған Рәшиҙә Тайып ҡыҙы.
Ул шулай уҡ йыл һайын көҙ үткәрелеп килгән "Өс таған" фестиваленә саҡырҙы. Күңелгә рухи байлыҡ туплап ҡайттыҡ. Рәхмәт һеҙгә, күршеләр, ғәзиз милләттәштәр!
Флүрә Йомағужина.
Фотолар: Константин Филатов.
#ҡоролтай #ВсемирныйКурултайбашкир #курултай #АйыҡАуыл2025 #ТрезвоеСело2025 #БөрйәнРайоны #БурзянскийРайон #ФСГО #ФондГрантовГлавыРБ #Силәбе #Челябинск