Все новости
Новости
21 Февраля , 20:00

"ТУҒАН ТЕЛЕМ БАЙ ҘА, ЯҒЫМЛЫ ЛА" конкурсы йомғаҡланды

***

🔥"Ватандаш" журналы редакцияһы Бөтә донъя туған телдәр көнөнә арналған "ТУҒАН ТЕЛЕМ БАЙ ҘА, ЯҒЫМЛЫ ЛА" конкурсына йомғаҡ 2яһаны.

💥"Бәйләнештә" селтәрендә 10 көн дауамында барған конкурста 25 кеше ҡатнашты. Алтын бөртөкләп йыйылғандай, һөйләшебеҙҙә һирәк ҡулланылған йәки бөтөнләй төшөп ҡалған 440 тирәһе һүҙҙе барланыҡ. 

🌺Ярыш сәменән бигерәк конкурс "Түңәрәк өҫтәл"де хәтерләтте. Ҡатнашыусылар һүҙҙең тарихына бәйле иҫтәлектәре, үҙҙәренең ижад емештәре менән бүлеште, кәңәштәрен еткерҙе. 

💥Туған телебеҙгә иғтибарлы, ихтирамлы, матурлығына һоҡланып, киләсәген ҡурсалаусы милләттәштәребеҙҙең булыуы һоҡланыу, ғорурланыу тойғоһо уята.  

⚜️Шуныһы ла мөһим: яңы конкурстарға нигеҙ һалырлыҡ фекерҙәр ҙә булды. Тимәк, уйланырға урын бар!

💥Шулай итеп, "ТУҒАН ТЕЛЕМ БАЙ ҘА, ЯҒЫМЛЫ ЛА" конкурсының еңеүселәре:

Фәнилә Яруллина - 1- се урын

Рәғиҙә Фәйрүзова - 2- се урын

Көнһылыу Ҡотлобаева - 3- сө урын

Фаягөл Шөғәйепова - 3 -сө урын

Мәүлиҙә Ағишева - 3- сө урын.

🔥Еңеүселәрҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Киләсәктә лә ижади уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ!

Редакция иҫтәлекле бүләктәр тапшырасаҡ. Беҙҙең менән бәйләнештә ҡалығыҙ, дуҫтар!

💥Конкурста ҡатнашыусылар, барығыҙға ла ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Бай ҙа, яғымлы ла телебеҙҙе хөрмәт итеп йәшәйек.

Байрам менән!

Читайте нас