Новости
21 Февраля , 05:00

Бөгөн - Халыҡ-ара туған тел көнө!

🔥21 февраль – һәр халыҡтың үҙ телен ҙурлау көнө, бөтә илдәрҙә Халыҡ-ара туған тел көнө билдәләнә. 


💥Ер шарында йәшәүсе халыҡтар 6 меңгә яҡын телдә аралаша, күптәре юғалыу сигендә. 
🍁Тел – халыҡтың матди һәм рухи байлығына асҡыс, тарихи үткән менән киләсәкте бәйләр күпер. “Теле барҙың – иле бар” - ти был турала башҡорт халыҡ мәҡәле. 
⚜️Халыҡтың халыҡ булып ҡалыуы, йәшәүе тел яҙмышы менән бәйле. Шуға күрә телде һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү бурысы һәр кемдең иңенә берҙәй тигеҙ һалынған. 
🤝Башҡа милләттәрҙе хөрмәт итәйек, үҙ телебеҙҙе ҡәҙер итәйек!
☀️ Байрам менән! Бөтә донъя туған телдәр көнө менән, дуҫтар!

Читайте нас