Все новости
Новости
18 Февраля , 07:00

🔥Рамаҙан - айҙарҙың солтаны

Барлыҡ айҙарҙың солтаны һаналған - Рамаҙан айы башланды.

Уның дауамында мосолмандарға ураҙа тотоу фарыз. Был ғәмәл - Ислам динендәге төп шарттарҙың береһе. Ураҙа ғибәҙәте кешене рухи һәм физик яҡтан сыныҡтыра. Ғилми тикшеренеүҙәр иҫбатлауынса, һаулыҡҡа ла ыңғай йоғонто яһай. Ураҙаға инеүселәрҙең һаны йылдан-йыл арта бара. “Кешеләрҙең үҙ асылына ҡайтып, иман юлына баҫыуы, ҡыуаныслы күренеш”, - тип белдерә дин әһелдәре.

Читайте нас