

Рәссамдың картиналары — кешенең матди донъя менән бәйләнеше тураһында уйланыу. Беҙҙән һуң нимә ҡалыр? Был һорауҙы һәр кем ғүмерендә бер тапҡыр булһа ла үҙ-үҙенә биргәндер. Кеше иҫән саҡта уның тормошо мәғәнә менән тулы, әммә ул фани донъя менән хушлашһа, донъя бар мәғәнәһен юғалтҡандай була. Ҡасандыр яратҡан кресло ябай мебелгә әйләнә, хаттар — ҡағыҙға, йорт — бары тик бинаға. Донъя — йән көҙгөһө: ул йән менән бергә балҡый ҙа, һүрелә лә.
Был экспозиция — үҙ-үҙең менән «интим диалог»ҡа инеүгә саҡырыу. Эльзаның картиналарында ғәҙәти әйберҙәр — вазалағы сәскә, бүлмә мөйөшө, урам, пейзаж — ҙурыраҡ мәғәнә ала. Улар эске донъябыҙ символына әйләнә. Үҙҙәре генә булғанда был әйберҙәр өнһөҙ. Әммә кеше барлыҡҡа килһә, улар йәнләнгәндәй була.
Тулыраҡ: ⏬
https://vatandash.ru/https://vatandash.ru/articles/sovremennik/2024-05-23/goryachee-serdtse-elzy-3779981?ysclid=mlqh69yn8b291608610