Новости
11 Февраля , 06:00

🌹Юбилейың менән, милләтебеҙҙең арҙаҡлы ҡыҙы! 

✅Ошо көндәрҙә Башҡортостандың арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙҙарының береһе, билдәле милләттәшебеҙ, филология фәндәре докторы, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, С. Юлаев ордены кавалеры, Башҡортостан Фәндәр академияһының почетлы ағзаһы Фәнүзә НӘҘЕРШИНА 90 йәшлек олпат юбилейын билдәләй.

✅Шул айҡанлы бөгөн Башҡортостан Республикаһы  фәндәр академияһының Стратегик тикшеренеүҙәр институты ҙур сара ойошторҙо, А. Навои исемендәге Ташкент дәүләт үзбәк теле һәм әҙәбиәте университеты,  Көнбайыш Ҡаҙағстан инноватив технология университеты, Т. Эрматов исемендәге Бишкәк музыка-педагогия институты ғалимдары һәм ғилми хеҙмәткәрҙәрҙе менән берлектә Өфөлә  "Евразияның күп мәҙәниәтле киңлегендә халыҡ ижады: барлыҡҡа килеүенән алып бөгөнгө көнгә тиклем"  халыҡ-ара “түңәрәк өҫтәл”ен йыйҙы.

✅Сара абруйлы фольклорсы һәм ғалимә Фәнүзә Нәҙершинаның 90 йәшлек юбилейына һәм Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналды. 

✅Фәнүзә Айытбай ҡыҙы 1936 йылда Ауырғазы районы Иҫке Мораҙым ауылында тыуған. Ул 200-ҙән ашыу ғилми эш, шул иҫәптән 30 китап (монографиялар, йыйынтыҡтар һәм «Башҡорт халыҡ ижады» фәнни серияһынан томдар) авторы. Шулай уҡ, «Салауат Юлаев» энциклопедияһы, «История Башкортостана с древнейших времен до 60-х гг. XIX в.» һәм «История башкирского народа» кеүек мәртәбәле хеҙмәттәрҙең авторҙарының береһе.
“Фольклор тигән камиллыҡ, сафлыҡ һәм матурлыҡ донъяһы менән һәр саҡ айырылғыһыҙ бәйләнештә йәшәүе, шул хазинаға хеҙмәт итеүе менән бәхетле Фәнүзә Айытбай ҡыҙы. “Урал батыр” һымаҡ бөйөк әҫәрҙәргә инаныу кешене бейеклектәргә әйҙәй. Ошондай аҫыл өлгөләрҙе беренсе булып башҡа телдәргә тәржемә итеп баҫтырыуҙы ойоштороуы менән Фәнүзә Нәҙершина айырыуса мөһим, изге эштәр башҡара”, - тип яҙған уның тураһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев.

✅Башҡорт халыҡ ижадын, бигерәк тә риүәйәттәр менән легендаларҙы өйрәнеү тарихы Фәнүзә Нәҙершина хеҙмәттәрендә төрлө яҡлап эҙмә-эҙлекле тикшерелгән. Хәҙерге заман үҙе үк тәржемә эштәренең тағы ла киңерәк ҡолас менән алып барылыуын, донъяға төрлө телдәр аша таралыу талабын ҡуя. Башҡорт фольклоры әҫәрҙәрен өс телдә — башҡортса, русса, инглизсә сығарыу йолаһын башҡорт фольклористикаһында Фәнүзә Нәҙершина башлап ебәргән һәм ҙур уңыштарға өлгәшкән.

“Фәнүзә Айытбай ҡыҙын хаҡлы рәүештә „фәнебеҙ күрке” тип атайҙар. Ул башҡорт фольклорының көнүҙәк проблемаларын өйрәнеүгә ҙур өлөш индергән ғалимә. „Халыҡ һүҙе“ (1983), „Халыҡ хәтере“ (1986), „Халыҡ хәтере: башҡорт халыҡ риүәйәт, легендаларының тарихи ерлеге, жанр үҙенсәлектәре“ (2006) исемле монографияларында афористик жанрҙарҙы һәм тарихи прозаны сағыштырма планда өйрәнеп, башҡорт фольклористикаһы тарихында мөһим аҙым яһаны. Бөгөн дә һанап үтелгән хеҙмәттәр афористик жанрҙарҙы, тарихи прозаны монографик планда ентекле өйрәнгән, мөһим теоретик тикшеренеүҙәр булып ҡала», — ти ғалимә Гөлнур Хөсәйенова уның хеҙмәттәре хаҡында.

✅2025 йылдың ноябрендә иһә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында  "Башҡорт халыҡ йыр сәнғәте" китабы видеопрезентацияһы үтте. Арҙаҡлы ғалимә Фәнүзә Нәҙершина –  баҫманың төҙөүсеһе, ғилми мөхәррире, инеш мәҡәлә, комментарийҙар һәм күрһәткестәр авторы. Уникаль китапҡа 220 башҡорт мифологик, тарихи, социаль-көнкүреш, мөхәббәт-лирик характерҙағы халыҡ йыры-риүәйәттәре тупланған. Нота яҙмалары менән шиғри өлөш башҡорт һәм рус телдәрендә, ә эпик сюжеттар һәм йолалар текстары рус теленә тәржемә ителгән.

🌹Туған телебеҙ һәм фәнебеҙ һаҡсыһы булған күренекле ғалимә Фәнүзә Айытбай ҡыҙын юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ, оло ихтирамыбыҙҙы белдерәбеҙ, уға ныҡлы һаулыҡ, именлек, ижади уңыштар теләйбеҙ! Халҡыбыҙ, республикабыҙ мәнфәғәтендәге оло хеҙмәтегеҙ, ныҡлы рухығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!

https://vk.ru/wall-109622739_98637

Читайте нас