Новости
7 Февраля , 13:00

Башҡорт ғаиләһе йылы ошо логотип аҫтында үтәсәк

🌐 Ошо көндәрҙә Өфөлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының сираттағы ултырышы үтте, тип хәбәр иткәйнек. Көн тәртибендәге башҡа мәсьәләләр менән бергә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт ғаиләһе йылын ойоштороу тураһында ла әйтеп үтелде.

Сара барышында билдәле рәссам һәм дизайнер Арслан Бикбай йыл логотибы варианттары менән таныштырҙы, Башҡарма комитет ағзалары уның иң уңышлыһын һайланы.

#ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #курултай #башкиры #башҡорттар #ГодБашкирскойСемьи #БашҡортҒаиләһеЙылы #2026год #РеспубликаБашкортостан

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас