Новости
6 Февраля , 12:00

7-гә төбәк-ара "Диктор тауышы" конкурсы уҙҙы

Ул легендар диктор, Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазиндың яҡты иҫтәлегенә арналды

Уҡыусылар араһындағы ярышты  "Юлдаш" радиоһы,  Учалы районы  мәғариф идаралығы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә ойоштора. Конкурс уҡыусы балалар араһында башҡорт теленә ихтирам булдырыу, телмәр тотоу оҫталығы, һөнәр һайлауға булышлыҡ итеү маҡсатында үткәрелә.      Быйыл бәйгегә 100-гә яҡын ғариза ҡабул ителде. Унда республиканың 30-ҙан ашыу ҡала һәм районынан, шулай уҡ Силәбе өлкәһенән ҡатнашыусылар бар. Конкурстың төп шарттары рәсми хәбәрҙәр уҡыу һәм "Урал батыр" эпосына бәйле  репортаж әҙерләү ине. Баһалама комиссияһы 30 эште финалға һайлап алды, уларҙан 12-һе еңеүсе тип билдәләнде.

1 урынға Баймаҡ ҡалаһының 5-се дөйөм биреү мәктәбе уҡыусыһы Азамат Иҙелбаев һәм  Әбйәлил районы Асҡар ауылының Таһир Күсимов исемендәге гимназия уҡыусыһы Бәхтийәр Муллахмәтов лайыҡ булды.

2 урынға Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт республика гимназия интернаты уҡыусыһы Яҙгөл Хәйруллина, Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы ауылының 2-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусыһы Яҙгөл Ғафарова; Учалы районының Комсомольск урта мәктәбе уҡыусыһы Илнара Әбдрәхимова сыҡты.

3 урын дипломы менән Өфөнән Сулпан Ишмөхәмәтова, Салауат районы Әлкә ауылынан Лилиә Кәримова, Көйөргәҙе районы Илкәнәй ауылынан Айҙар Мөхәмәтшин, Волга буйы федераль округының Рәсәй Геройы А.В.Достовалов исемендәге Башҡорт кадет корпусы уҡыусыһы Хәниф Йосопов бүләкләнде.

Көйөргәҙе районы Илкәнәй урта мәктәбе уҡыусыһы Айҙар Мөхәмәтшин, Силәбенән Ильяс Зияев менән Илеш районы уҡыусыһы Фәрхәт Исламовҡа Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы махсус приз тапшырҙы. Хәйбулла районынан Ислам Билалов - "Белем тау" үҙәгенән махсус приз алһа, Ишембайҙан Искәндәр Лотфуллин телевидение дикторы Айнур Ғибәҙуллиндан махсус приз - оҫталыҡ дәресенә эйә булды.


Финалға үтеүселәргә дипломдар, иҫтәлекле бүләктәр, ойоштороусыларҙан махсус приздар тапшырылды. Шулай уҡ  "Уңышҡа ынтылыш" номинацияһы буйынса бүләктәр булды. "Диктор тауышы" конкурсында әүҙем ҡатнашҡан мәктәптәргә рәхмәт хаттары бирелде.

      Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы  6 февралдә  Әхәт Мортазиндың тыуған яғында - Учалы ҡалаһының 9-сы полилингваль мәктәбендә үтте. 

Белешмә:

Әхәт Мотаһар улы Мортазин 1986 йылдан 2018 йылға тиклем  “Башҡортостан” телерадиокомпанияһында эшләне. Диктор, журналист, режиссер, актер булараҡ танылыу алды. Тыңлаусылар һәм тамашасылар уның бәрхәт тауышын ихлас яратты. Әхәт Мортазин күп сараларҙа Башҡортостан Республикаһының рәсми тауышы булды. Радио һәм телевидение өсөн бихисап кадрҙар әҙерләне. Республиканың "алтын фондын" әҙәби әҫәрҙәр, тамашалар менән байытты. Уның эшен бөгөн уҡыусылары дауам итә. Әхәт Мортазин оҙаҡ йылдар радионың волейбол командаһы капитаны булды. 6 февралдә Әхәт Мотаһар улының тыуған көнө. Беҙҙең арала булһа, уға 67 йәш тулыр ине.

Өфөлә йыл һайын Әхәт Мортазин иҫтәлегенә волейбол турниры үткәрелеп килә. Быйыл спорт ярышын апрелдә уҙғарыу планлаштырыла. Унда республиканың мәғлүмәт саралары командалары көс һынаша.

 

Читайте нас