Все новости
Новости
1 Февраля , 12:00

🌐Стәрлетамаҡта өлгөлө башҡорт ғаиләләрен билдәләнеләр

***

Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайының киңәйтелгән йыйылышында "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" асыҡ республика конкурсының муниципаль этабында еңеү яулаған ғаиләләрҙе тәбрикләү тантанаһы үткән.

"Ҡалабыҙ хакимиәте башлығы урынбаҫары Павел Николаевич Шорохов тарафынан Вәхитовтар һәм Әүбәкировтарға матур бүләктәр тапшырылды.

Вәхитовтар ғаиләһендә бер бала тәрбиәләнә, улар - ике яҡлап та, атай һәм әсай яғынан да, өс-дүрт быуын солоҡсолоҡ менән шөғөлләнә, артабан да был ысын башҡорт кәсебен балаларға, ейәндәргә өйрәтеп дауамлы итергә нейәтләнә.

Был татыу эшһөйәрҙәр "Ғаилә кәсебе" номинацияһында 1-се дәрәжәле диплом менән бүләкләнде.

Әүбәкировтар - өс бала тәрбиәләп үҫтергән. Әлеге көндә балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре менән бергә был ҙур татыу ғаилә ижади тормошта ҡайнап йәшәй. Әлбиттә, улар конкурстың "Ижади ғаилә" номинацияһында беренселек яуланы.

Мәғлүм булыуынса, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2026-сы йылды "Башҡорт ғаиләһе йылы" тип иғлан итте. Был йылда башҡорт байрамы Етегән - ғаилә һәм мөхәббәтлеләр көнө һәм "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" конкурсы айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә буласаҡ.

Стәрлетамаҡ ғаиләләренә ихлас күңелдән артабан да, киләһе (зональ һәм республика дәрәжәһендәге) этаптарҙа ла уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ!", - тип хәбәр итә [club93484867|Курултай башкир г. Стерлитамак] 

#Курултай #Ҡоролтай #Стерлитамак #Стәрлетамаҡ
#Башҡортғаиләһейылы #Годбашкирскойсемьи

Автор: Айбулат Ишназаров
Читайте нас