

«Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһен иғтибар менән тыңланым, – тине Благовар районындағы Ҡәнзәфәр Усаев исемендәге «Һарайлы» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Гөлфирә Хөрмәт ҡыҙы Әхмәтшина. – Бигерәк тә уның «Быйылғы төп бурысты өс һүҙ менән билдәләй алам – Барыһы ла Еңеү өсөн!», тигәне күңелгә үтеп инде. Ысынлап та, бөгөн илебеҙ ауыр осор кисергән мәлдә һәр беребеҙҙең эше, уйы, хыялдары, теләктәре Еңеү менән бәйле. Ошо маҡсат менән беҙ тағы ла нығыраҡ бергә тупланырға, махсус хәрби операцияға үҙ өлөшөбөҙҙе индерергә, һалдаттарға һәм уларҙың ғаиләләренә даими ярҙам итергә, улар тураһында хәстәрлек күрһәтергә тейешбеҙ. Был беҙҙең һәр беребеҙҙең мөһим бурысы. Сөнки берҙәм булғанда ғына беҙ еңелмәҫ халыҡ».