Новости
26 Января , 10:00

Ҡышҡы селлә үҙен һиҙҙерәме?

***

Селлә килә – ҡырҡ көн.
Ҡырҡыһы ла ҡаты көн.
Ҡаты һалҡын менән ҡамап,
Аждаһаны ватыр көн!

Эйе, ысынлап та, йәйге селлә лә, ҡышҡы селлә лә 40 көн дауам итә.

💥 Ҡышҡы селлә 8 ғинуарҙа башланды, 18 февралдә генә тамамланасаҡ.Тимәк, был көндәрҙә ҡыштың иң әсе һыуыҡтарын, ҡарлы бурандарын көтөргә ҡала.

💥Халыҡ һынамыштарына ҡарағанда, ни бары бер көн генә бөтөн сифаттары буйынса селләнең үҙенә тура килә икән.

💥Селлә килә — ҡырҡ көн,
Селлә — беҙгә шифа, бел!
Селлә килһен — сир китер,
Селлә бөтөр — сир бөтөр.

💥Февраль селләһе һыйыр мөгөҙөн һындырыр, ти халыҡ мәҡәле. Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә.

‼️Йылыраҡ кейенегеҙ, үтә һыуыҡ көндәрҙә оло юлға сыҡмағыҙ.

Автор:Файруза Абдулова
Читайте нас