Все новости
Новости
24 Января , 14:00

Ғәли Соҡоройҙоң бай рухи мираҫы хаҡында

23 ғинуарҙа Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында билдәле башҡорт мәғрифәтсеһе, шағир Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 200 йыл тулыуға арналған саралар сиктәрендә “Башҡорт мәғрифәтселегенең интеллектуаль һәм рухи мираҫы” тип аталған түңәрәк өҫтәл ойошторолдо.

Ғәли Соҡоройҙоң бай рухи мираҫы хаҡында
Ғәли Соҡоройҙоң бай рухи мираҫы хаҡында

Ҡатнашыусылар араһында ғалимдар, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Президиумы, Башҡарма комитеты ағзалары һәм  ветерандары, республика райондары, Өфө ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы ағзалары, министрлыҡтар, ведомстволар вәкилдәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре бар ине. Түңәрәк өҫтәлдең модераторҙары булып Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай депутаты, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе, “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы Айгиз Баймөхәмәтов сығыш яһаны.

Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов сарала ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, Ғәли Соҡоройҙоң тыуған ерендә уның исемен мәңгеләштереү буйынса башҡарылған  эштәр хаҡында һөйләне.

Филология фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының әҙәбиәт ғилеме бүлеге мөдире Миңлеғәле Нәҙерғолов Ғәли Соҡоройҙоң  тормошон һәм ижадын студент сағында  өйрәнә башлаған. Ул 1995 йылда үҙе әҙерләп баҫтырған шағирҙың “Шәм яҡтыһы” һәм 2025 йылда сыҡҡан “Һайланма әҫәрҙәр” китаптары  хаҡында һөйләп үтте.

Өфө фән һәм технологиялар университеты Тарих һәм дәүләт идаралығы институтының фәнни эштәр буйынса директор урынбаҫары, филология фәндәре кандидаты Искәндәр Сәйетбатталов Ғәли Соҡоройҙоң мираҫын тикшереүҙең яңы перспективалары тураһында сығыш яһағанда мәрифәтсе ижадының бөгөнгө кешеләр өсөн әһәмиәтен дә билдәләп үтте.

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты деканы, филология фәндәре докторы, профессор Ләйлә Хөсәйенова башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектын өйрәнеү тәжрибәһе менән уртаҡлашты, Тәтешле, Асҡын райондарындағы экспедициялар материалдары менән таныштырҙы.

Журналист, продюсер, алып барыусы һәм телепроекттар авторы, тарих фәндәре кандидаты Салауат Хәмиҙуллин “Тарихи сығанаҡ булараҡ Ғәли Соҡоройҙоң әҫәрҙәре” темаһына сығыш яһаны. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ҡулъяҙмалар фондын һаҡлаусы, филология фәндәре кандидаты Рәшит Аҡкөбәков мәғрифәтсенең фондта һаҡланған китаптары хаҡында һөйләне. Тарих фәндәре кандидаты, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының көнсығыш ҡулъяҙмалары бүлегенең  ғилми хеҙмәткәре Әхәт Сәлихов “Тәтешле районының ҡулъяҙма һәм фольклор сығанаҡтары” доклады менән сығыш яһаны.

Сарала ҡатнашыусылар филармонияның фойеһында Ғ.Соҡоройҙоң тыуған ауылы Иҫке Соҡорҙағы музейы экспонаттарынан ойошторолған күргәҙмә менән танышты, “Быуаттар тарихына уйылған Ғәли Соҡорой..." тип исемләнгән әҙәби-музыкаль кисәне тамаша итте.

Ғәли Соҡоройҙоң бай рухи мираҫы хаҡында
Ғәли Соҡоройҙоң бай рухи мираҫы хаҡында
Ғәли Соҡоройҙоң бай рухи мираҫы хаҡында
Ғәли Соҡоройҙоң бай рухи мираҫы хаҡында
Ғәли Соҡоройҙоң бай рухи мираҫы хаҡында
Ғәли Соҡоройҙоң бай рухи мираҫы хаҡында
Ғәли Соҡоройҙоң бай рухи мираҫы хаҡында
Ғәли Соҡоройҙоң бай рухи мираҫы хаҡында
Ғәли Соҡоройҙоң бай рухи мираҫы хаҡында
Ғәли Соҡоройҙоң бай рухи мираҫы хаҡында
Ғәли Соҡоройҙоң бай рухи мираҫы хаҡында
Автор: Миляуша Мухаметьянова
Читайте нас