Новости
20 Января , 14:00

"Китап" нәшриәте магазинында "Төрки әлифба" күрһәтелде

💥Иҫке төрки телендә яҙырға өйрәнеү буйынса сыҡҡан беренсе практик ҡулланма әсбапты теләге булған һәр кеше ҡуллана ала. Китап 700 данала баҫылған.

"Китап" нәшриәте магазинында  "Төрки әлифба" китабын күрһәтелде"Китап" нәшриәте магазинында  "Төрки әлифба" китабын күрһәтелде
"Китап" нәшриәте магазинында "Төрки әлифба" китабын күрһәтелде

🔸Фәнни- популяр баҫманы сығарыуҙа Шамил Вәлиев, Искәндәр Сәйетбатталов ( Өфө фән һәм технологиялар университеты), Ислам Байғужин (БР Милли китапханаһы), Илшат Миңлебаев (БР Милли архивы), Йософ Куряев(Өфө нефть техник университеты) күп көс һалған.

🔸Сараға килгән ҡунаҡтар фекерҙәре менән бүлеште, авторҙарға ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. 

🔸Китаптың ҡулланыусылар өсөн мөһим әсбап булыуы тураһында Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы етәксеһе Максим Ульчев үҙ фекерен еткерҙе:

- Ҙур яуаплы эште башҡарып сығарыуҙа ярҙам итә алыуыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Бик яҡшы проект был. Тарихи материалдар күберәк өйрәнелһен. Ғаилә үҙенең тарихи ептәрен барлау өсөн файҙаланһын,- тине һәм яңынан- яңы уңыштар теләне.

- 🔸Күмер самауырының хуш еҫле тәмле сәйе китап туйына йәм өҫтәне.

Ф.Абдулова.

Автор:Файруза Абдулова
Читайте нас