

– Өлкәнәйгәс теккән тәүге ҡурсаҡтарым – ете башҡорт ырыуы ҡыҙҙары, – ти Илеш районынан Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әнисә апай Саттарова. – Һәр береһендә – айырым милли үҙенсәлек, һыҙат, холоҡ, тәрбиә. Унан “Урал батыр” эпосындағы образдарҙы һынландырып, төрлө ҡурсаҡтар эшләнем. Был йәһәттән республикала юл ярыусыларҙың береһе булдым. Әле бына “Урал” менән “Шүлгән”де алып килгәнмен. Эпос образдарын сағылдырған ҡурсаҡтар циклы хаҡында видеояҙма ла эшләнгән. Хәҙер “Ай йола” төркөмөн дә ҡушып, уларҙың көйөн өҫтәп, яңы видео төшөрөү уйым бар.
Әнисә Ғәлим ҡыҙы, төньяҡ-көнбайыш башҡорто булараҡ, ошо төбәк халҡының милли асылын сағылдырған ҡурсаҡтар ҙа тегә.