Новости
14 Января , 16:00

"Ватандаш" журналы хеҙмәткәрҙәренә - лайыҡлы баһа

Өфөлә Рәсәй матбуғаты көнөнә арналған тантаналы сара үтте. «Башинформ» агентлығының конференц-холында тотош республиканан медиатармаҡ вәкилдәре йыйылды.

"Ватандаш" журналы хеҙмәткәрҙәренә - лайыҡлы баһа"Ватандаш" журналы хеҙмәткәрҙәренә - лайыҡлы баһа
"Ватандаш" журналы хеҙмәткәрҙәренә - лайыҡлы баһа

Өфөлә Рәсәй матбуғаты көнөнә арналған тантаналы сара үтте. «Башинформ» агентлығының конференц-холында тотош республиканан медиатармаҡ вәкилдәре йыйылды. Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев журналистарҙы Яңы йыл һәм һөнәри байрам менән ҡотланы.

Сара барышында, ғәҙәттәгесә, министрлыҡтар һәм ведомстволар ойошторған конкурс һөҙөмтәләре иғлан ителде. Иң яҡшы журналистар иҫәбендә журналыбыҙ хеҙмәткәрҙәре лә бар.

Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының дәүләт һәм туған телдәр үҫешен яҡтыртыу буйынса конкурста Миләүшә Мөхәмәтйәнова 2-се урын алды. Рәйлә Ғәлиева иһә киң мәғлүмәт сараларында ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләрен уңышлы яҡтыртҡаны өсөн Башҡортостан Республикаһының Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Хеҙмәттәштәребеҙҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм ижади уңыштар теләйбеҙ!

Автор:
Читайте нас