Все новости
Новости
13 Января , 11:00

🔥Бөгөн - РӘСӘЙ МАТБУҒАТЫ КӨНӨ

🍁1703 йылдың 13 ғинуарында Рәсәйҙә, батша Петр 1-се указына ярашлы, “Ведомости” газетаһының 1-се һаны донъя күрә. Ошо ваҡиға айҡанлы, 1991 йылдан алып 13 ғинуарҙа Рәсәй матбуғаты көнө билдәләнә башлай.
💥 Был күркәм дата журналистарҙың ғына түгел, шулай уҡ полиграфия өлкәһендә эшләүселәрҙең, газета-журнал таратыусыларҙың байрамы ла. 
🌺Беҙҙең илдә 50 меңгә яҡын төрлө гәзит-журнал нәшер ителә. Рәсәй матбуғаты көнө республикабыҙҙа теркәлгән бер меңдән ашыу хеҙмәткәрҙәр өсөн дә әһәмиәтле.
💥Рәсәйҙә баҫма һүҙгә һәр заманда ла айырым мөнәсәбәт булған. Бөгөн дә журналистарҙың эше мөһим һәм яуаплы, хеҙмәттәре ихтирам менән баһалана.
💥 БАЙРАМ МЕНӘН, ДУҪТАР!

Читайте нас