Новости
12 Января , 16:00

🐎Башҡорт ни өсөн АТ ИТЕ тип әйтмәй? 

***


🙈Ат ите тип әйтеү ныҡ тарала башланы, үкенес. КОНИНА, КОНЬ тигәнде туранан-тура тәржемә итәләр. 
💥Башҡорттар ЙЫЛҠЫ ИТЕ ти. 
Башҡорт бер ваҡытта ла үҙе егеп, менеп йөрөгән, яҡын дуҫы булған атын һуғымға һуймаған. Ул йылҡы өйөрөнән ҡулға эйәләштерелмәгән, хужалыҡта файҙаланылмаған йылҡы малын ғына һуғым иткән. Һәм ЙЫЛҠЫ ИТЕ тип атаған. 
🌻Ә ат, бейә, айғыр, өйөр айғыры - улар хужалыҡта файҙаланыу өсөн ҡулға эйәләштерелгән йылҡы малы төрҙәре.
Мәрйәм Бураҡаева.

ФАЙҘАҺЫ НИМӘЛӘ?

Йылҡы ите – башҡорттарҙың иң яратҡан ризығы. Ҡымыҙы тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Хатта медицина өлкәһендә лә башҡорт аттарының файҙалы булыуы билдәле. Уның һаулыҡ өсөн дә шифаһы ҙур. Быны врачтар ҙа, диетологтар ҙа раҫлай.
 💥Йылҡы итендә бөтөнләй холестерин юҡ, йәғни майҙан бүленеп сыҡҡан фермент булмай. 
🔸Тимәк, йылҡы ите ашаған кеше йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына бирешмәй. 
🔸Ә ҡаҙылыҡҡа ҡушылған һуған һәм һарымһаҡ һалҡын тейеүҙән һаҡлай. 
🔸Ул ғына ла түгел, аттар дарыу яһауҙа туранан-тура ҡатнаша. Бактериология институттарында донор аттарҙың ҡанынан 
1️⃣гангрена – тәндең үлеүе, сереүе, 
2️⃣столбняк – һеңерҙәр тартышыуы, 
3️⃣дифтерия – балаларҙың тамаҡ сире, 
4️⃣ботулизм – аҙыҡтан ағыуланыу кеүек ҡурҡыныс сирҙәргә ҡаршы дарыуҙар эшләнә.
Ф.Абдулова әҙерләне.

Автор:Файруза Абдулова
Читайте нас