Новости
12 Января , 04:00

🕌 Баш ҡалала реставрациянан һуң "Хәкимиә" мәсете асылды

 Өфөнөң иң боронғо мәсеттәренең береһе ҡала үҙәгендә, «Арт-Квадрат» янында урынлашҡан. Йәмиғ мәсете 1908 йылда  төҙөлгән.

2002 йылда, тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы булған был бинала төҙөкләндереү эштәре башланғайны. Ниһайәт, оҙаҡҡа һуҙылған эштәр тамамланды. 🤲
Хәҙер "Хәкимиә" мәсетендә лә аҙан яңғырай. 🤲
Мәсеттең исеме ҡайҙан килә?⬇️
ӨФӨЛӘГЕ МӘСЕТТӘР. 
🍁Тарихтан.
1️⃣Беренсе йәмиғ мәсете 1830 й. мөфтөй Ғ.Ғәбдрәхимовтың юллауы б‑са төҙөлә.
 2️⃣Икенсе йәмиғ мәсете (ағастан) 19 б. 80‑се йй. С.Ш.Тәвкилев мөфтөй булған осорҙа мәхәллә кешеләре аҡсаһына Нижегородка биҫтәһенең Преображенский урамында (хәҙ. Леваневский) төҙөлә. 20 б. башына мәхәлләлә 876 кеше иҫәпләнә. Мәсет эргәһендә “Ғәлиә” мәҙрәсәһе асыла. Билдәле имам‑хатиптары: З.Ғәлекәев, З.Камалетдинов (1909—24). БашҮБК ҡарары м‑н 1931 й. ябыла. Бинаһы һаҡланмаған.
 3️⃣Өсөнсө йәмиғ мәсете 1903 й. Нижегородка биҫтәһе мосолмандары аҡсаһына Воздвиженский урамында (хәҙ. Таҡта ярыу урамы) төҙөлә. Бинаһы таштан, 2 ҡатлы, манаралы. Мәхәлләлә 825 кеше иҫәпләнә (1924). Мәсет эргәһендә “Хәсәниә” мәҙрәсәһе эшләй. Имам‑хатиптары: Мөх.М.Хәсәнов, Камалетдинов (1924 й. алып). 1940 й. ябыла. Мәсет бинаһында Юғары спорт оҫталығы мәктәбе урынлашҡан. 
4️⃣Дүртенсе йәмиғ мәсете 1908 й. Өфө сауҙагәре А.А.Хәкимов аҡсаһына төҙөлә.
 5️⃣Бишенсе йәмиғ мәсете мосолмандарҙың һорауы б‑са 1909 й. мосолман зыяратында (ҡара: Мосолман зыяраты) һалына. Бинаһы ағастан, 2 ҡатлы, манаралы. Имам‑хатибы – Х.Вәлиев. 1960 й. мәсеттең өҫкө ҡаты яна, 1962 й. ябыла. 
6️⃣Алтынсы йәмиғ мәсете 1918 й. Лагерь тауында (хәҙ. Проломный урамы, 23/1) төҙөлә. Бинаһы ағастан, 2 ҡатлы. Имам‑хатибы – Х.Әхтәмов. Мәсет 1934 й. ябыла. 60‑сы йй. бинаһы торлаҡ йортона яраҡлаштырып үҙгәртеп һалына. 
7️⃣1923 й. мосолмандарға етенсе йәмиғ мәсетен һалырға рөхсәт ителә (бина төҙөлмәй ҡала). Имам‑хатибы – Н.Ишәев.

Ф.Абдулова әҙерләне.

Автор:Файруза Абдулова
Читайте нас