Новости
11 Января , 09:00

Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығын билдәләп

✅8 ғинуарҙа Тәтешле районында билдәле XIX быуаттың күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе, ғалимы, дин әһеле, шағир Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығын билдәләп, киң күләмле саралар ойошторолдо. 


Унда Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай депутаты Юлдаш Йосопов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡорма комитеты ағзалары, Тәтешле районы хакимиәте вәкилдәре, билдәле ғалимдар, яҙыусылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты. 
 
Юбилейҙың төп ваҡиғаһы – район китапханаһында ойошторолған «Ғәли Соҡорой тормошонда рухилыҡ һәм мәғрифәтселек» түңәрәк өҫтәле бик йәнле һәм ҡыҙыҡлы уҙҙы. Дискуссияла ғалим-тарихсылар, филологтар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, йәмәғәт һәм дини эшмәкәрҙәр ҡатнашты. Улар Сокоройҙың күп яҡлы мираҫын, уның тарихтың ҡатмарлы осоронда башҡорт мәҙәниәте һәм әҙәбиәте үҫешенә индергән өлөшөн тикшерҙе. 
 
Түңәрәк өҫтәл сиктәрендә Ғәли Сокорой исемендәге премия тапшырҙылар. Быйылғы лауреаттар - билдәле тарихсы, публицист Салауат Хәмиҙуллин һәм Ғәли Сокорой музейына нигеҙ һалыусы Зинфира Арманшина. Премия Башҡортостандың тарихи-мәҙәни мираҫын өйрәнеүгә һәм популярлаштырыуға ҙур өлөш индергән шәхестәргә тапшырыла. 
 
Тантаналар район мәҙәниәт һарайы майҙанында дауам итте, унда район халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн ижади коллективтар ҡатнашлығында «Беҙ Иҫән Хандың вариҫтары» сағыу концерт программаһы ойошторолдо. Башҡортостан Республикаһының Халыҡ артистары Роберт Юлдашев һәм Ринат Рамазановтың сығыштарысараның сағыу биҙәге булды. 
 
Унан тыш район үҙәгендәге төп майҙанда "Самауырлы ритайым" байрамы ойошторолғайны. Ҡатнашыусылар ҡайнар хуш еҫле башҡорт сәйенән, традицион тәм-томдарҙан һыйланды. 
 
Саралар замандаштарының Ғәли Сокоройҙың шәхесенә һәм хеҙмәттәренә тәрән ихтирамын күрһәтә, уның рухилыҡ, белем һәм мәғрифәтселек идеялары бөгөн дә көнүҙәк булып ҡалғанлығын иҫбатлай.
 
Г. Харисова, Тәтешле районы. 
 
 Саранан фотолар түбәнге һылтанма буйынса: 

https://vk.com/album-109622739_310076241

#ҡоролтай #ВсемирныйКурултайбашкир #курултай #башҡорттар #башкиры #ҒәлиСоҡорой #ГалиЧукури #200лет

Читайте нас