

Бөгөн Конгресс- холда "Башҡортостан республикаһы халыҡтары телдәре тураһында" республика законы тормошҡа ашырыу буйынса комиссия ултырышы үтте.
Ултырышты Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер министрынын беренсе урынбаҫары, комиссия рәйесе Урал Таһир улы Кильсенбаев алып барҙы.
Комиссия ултырышы барышында алтаҡталар, рекламаларҙы, ойошма һәм предприятиелар күрһәткестәренең дөрөҫ яҙылышын тикшереү һөҙөмтәләре буйынса фекер алышыу булды. Топонимик, терминологик комиссияларының эшен йәнләндереүҙә эштәрҙе әүҙемләштереү тураһында һүҙ барҙы. " Иң грамоталы муниципаль берәмек" республика конкурсының тәүге еңеүселәре бүләкләнде.
Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, комиссия рәйесе урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина комиссия эштәре тураһында бына нимәләр һөйләне:
- Дәүләт һәм туған телдәрҙе һаҡлау, яҡлау, үҫтереү, төрлө хаталарҙан ҡурсалау- төп бурысыбыҙ булып тора.Тел вандаллығы тигән йәмһеҙ күренеш бар. Лингвовандализм, тип атайбыҙ уны.Ошо күренешкә ҡаршы бергәләп, беҙҙең комиссия һәм урындағы комиссия менән берлектә эш алып барырға тейешбеҙ.
- Беҙ - күп милләтле республика. Һәр милләттең теле - баһа бирә алмаҫлыҡ ҡиммәт. Әлбиттә, улар тейешле кимәлдә өйрәнелергә, уҡытылырға һәм аралашыу ысулы ла булырға тейеш.
- Дөрөҫ тәржемә ителмәгән алтаҡталар, иғландар, юл күрһәткестәрен - телдән көлөү, тип ҡабул итергә була. Телгә, тыуған ереңә, ауылыңа, урамыңа, йылға- күлдәреңә иғтибарҙан - дөрөҫ яҙылыштан хөрмәт башлана. Беҙҙең ярҙамсыларыбыҙ күп: "Баштәржемә" автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы, "Хатаһыҙ ҡала. Башҡортостан" чат- боты һөҙөмтәле эшләй. Яңы составтағы комиссия эште системаға һалып килә. Киләсәктә райондарҙа ултырыштарҙы берлектә үткәреү күҙ уңында тотола.