

Сараның маҡсаты – башҡорт телендә дөрөҫ яҙырға өйрәтеү, орфографиялағы ҡатмарлы осраҡтарҙы тикшереү һәм уларҙы ҡулланыу буйынса практик күнекмәләр эшләү. Семинар-практикумды филология фәндәре докторы, профессор, башҡорт орфографияһы буйынса фундаменталь хеҙмәттәр авторы Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы Хөсәйенова алып барҙы.
Семинарҙа орфографияның көнүҙәк проблемалары ҡаралды, шул иҫәптән иң ҡатмарлы һәм бәхәсле осраҡтар анализланды. Ҡатнашыусылар башҡорт теленең норматив орфографияһындағы һуңғы ҡаҙаныштар менән танышты, алған белемдәрен эш дәфтәрендә нығытты.
Ойоштороусылар семинар-практикумды 14 декабрҙә, күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә билдәләнгән Башҡорт теле көнөнә арнаған. Бынан тыш, тарихыбыҙҙағы тағы бер иҫтәлекле датаға күҙ уңында тотолған – 1939 йылдың 11 декабрендә СССР Фәндәр академияһының Тел һәм яҙма институты тарафынан әле ғәмәлдә булған башҡорт алфавитын һәм орфографияһын ҡабул итеү тураһында документҡа ҡул ҡуйылған.
«Башҡорт теле боронғо, уникаль, бөтә яҡтан төҙөк тел. Телебеҙҙә бер нимә лә осраҡлы түгел, – тине Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы. – Башҡорт алфавиты һәм орфографияһы ярайһы уҡ оҙаҡ ваҡыт халыҡҡа хеҙмәт итә. Әммә орфография ҡатып ҡалған күренеш түгел, ул үҙгәреп тора. Мин үҙемдең докторлоҡ диссертациямда 1981 йылда яңыртылған орфографияның, йәғни уның яңы редакцияһының, тормошҡа ашырылыуы, унда күрһәтелгән һәр бер ҡағиҙәнең ни дәрәжәлә үтәлешен тикшереп сыҡтым һәм башҡорт орфографияһындағы әлеге ваҡытта камиллаштырыуҙы талап иткән һорауҙарҙы асыҡланым. Ошо һорауҙарҙы коллегаларға еткерергә теләк бар ине. Кешеләр гәзит-журналдар, радио-телевидение аша әҙәби телде үҙләштерә. Шуға күрә, матбуғат хеҙмәткәрҙәре, журналистар, мөхәррирҙәр алдында ҙур яуаплылыҡ торғанын иҫәпкә алып, орфография менән бәйле һорауҙарҙы улар менән тикшереүҙе мөһим тип таптым».