



2025 йылдың тәүге ярты йыллығына яҙылыусылар араһындағы отошта үлән сапҡыс эләгеүенә ҡыуанып, бүләкте алырға килгән ул.
"Журнал сыға башлағандан бирле алдырабыҙ. Иптәшем Арслан Афзал улы ла, мин дә уҡытыусылар булдыҡ. Эшебеҙҙә ҡулландыҡ. Әле лә бер мәҡәләне лә ҡалдырмайынса уҡып барабыҙ. Иптәшем - тыуған яҡты өйрәнеүсе, шәжәрәләр төҙөүсе, ә мин - Силәбе өлкәһенең " Ағинәйҙәр" төркөмө етәксеһемен. Беҙгә заман менән бергә барыу өсөн журнал бик кәрәк, ти әңгәмәсебеҙ.
Һеҙ ҙә журналға яҙылып, матур бүләктәр ота алаһығыҙ. Бының өсөн квитанцияғыҙҙы фотоға төшөрөп беҙҙең төркөмгә, йә info@vatandash.ru почтаһына ебәрегеҙ.
Фәйрүзә Абдулова