Новости
24 Ноября 2025, 15:00

🔥“МОСТАЙ БЕҘҘЕҢ МЕНӘН”

«Ватандаш» журналы редакцияһы «Бәйләнештә» селтәрендә үткәргән «Мостай беҙҙең менән» фотоконкурсына йомғаҡ яһаны.

💥 Бөгөн Өфө дәүләт фән һәм технологиялар университетында Мостай Кәрим исемендәге фонд менән берлектә конкурста еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы һәм шағирҙың ҡыҙы менән осрашыу үтте. 

💥“Конкурсҡа барлығы 100 фото килде һәм баҫылып сыҡты, – ти журналдың баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиева. – Уларҙа яҙыусының – халыҡҡа, халыҡтың яҙыусыға булған һөйөүе мәңгеләштерелгән. Сифаттары бик яҡшы булмаһа ла, уларҙың йөкмәкеһе ҡиммәт, тарихы ҡәҙерле”.

Сарала ҡатнашыусылар конкурсҡа килгән фоторәсемдәр менән танышты, төшөрөлөү тарихына бәйле иҫтәлектәр менән бүлеште. Тулҡынландырғыс тарихтар, Шағирыбыҙҙың бөйөк ябайлығын раҫлаған хәтирәләр күп булды.

💥Әлфиә Мостай ҡыҙы конкурс иғлан ителеүен бик шатланып ҡабул итеүен белдерҙе, атаһы хаҡында һөйләне. 

🔥Шағирҙың ҡыҙына уникаль фоторәсемдәрҙән төҙөлгән альбом бүләк ителде.

🔥Шулай итеп, "Мостай беҙҙең менән" исемле конкурстың еңеүселәре:

Әлиә Мөҙәрисова (Өфө) - 1- се урын

Сәлимә Ҡолдәүләтова (Өфө) - 2- се урын 

Әнүзә Сираева (Мәсетле районы) - 2- се урын

Ирэна Сафина (Өфө) - 3- сө урын

Айгөл Игелекова (Өфө) - 3- сө урын.

Лилиә Ғәниева (Йылайыр районы)- 3- сө урын

Ришат Сабитов (Өфө) - 3- сө урын

Райхана Булатова (Баймаҡ районы) - 3- сө урын

💥Еңеүселәргә дипломдар һәм шағирҙың фотоһүрәте төшөрөлгән календарҙар буләк ителде.

🌺Мостай Кәрим исемендәге фонд та еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.

🌺Һуңынан сәй табынында һәр кем йылы тәьҫораттары менән бүлеште.

💥Конкурс йәмғиәттә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятыуын иҫәпкә алып, артабан да дауам ителәсәк,"- тине журналдың баш мөхәррире Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы.

Фәйрүзә Абдулова

Автор:Файруза Абдулова
Читайте нас