Новости
14 Ноября 2025, 12:00

Тимер Йосопов исемендәге Республика лицей-интернатында - күркәм сара!

ДЫУАН РАЙОНЫ МӘСӘҒҮТ АУЫЛЫНДА урынлашҡан Тимер Йосопов исемендәге Республика лицей -интернатында күркәм сара уҙҙы.

 
💥Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы бында  яҡташ яҙыусылар Низам Ҡәрип һәм Хәниф Кәримгә арналған күргәҙмә материалдарын алып килде. 

🌻Музей директоры, филология фәндәре кандидаты, яҙыусы Зәки Әлибаев, әҙиптәр Мәүлиҙә Әхмәтйәнова һәм Зөлфиә Ханнанова фронтовик яҙыусыларға бәйле матур иҫтәлектәр менән бүлеште, уҡыусыларҙы үҙҙәренең яңы әҙәби әҫәрҙәре менән таныштырҙы. 

💥Мәсәғүттәге Республика-интернат лицейында  Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш райондары балалары белем ала. Мәктәптәге таҙалаҡ, бөхтә кейемле уҡыусыларҙың  үҙ-ара тик башҡортса ғына аралашыуы. Милли музей хеҙмәткәрҙәре үткәргән викторинала әүҙем ҡатнашыуҙары һәм тулы яуап биреүҙәре һоҡландырҙы. 

💥Мәктәп музейында төньяҡ-көнсығыш башҡорттары ырыуҙарының картаһы, көнкүреш әйберҙәре, ошо төбәктән сыҡҡан  билдәле шәхестәр тураһында материалдар тупланған. 

🍁Килгән ҡунаҡтар бигерәк тә Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосоповҡа бәйле экспонаттарҙы ҙур иғтибар менән ҡараны, Шағирҙың эш өҫтәле, шәхси әйберҙәре, әҫәрҙәренең ҡараламаларын күреү тулҡынландырғыс булды. 

🌺Музейҙа ошо мәктәпте тамамлаған, МХО-ла ҡатнашҡан яугирҙәргә аралған ҙур стенд та бар. "МХО-лағы яҡташтарыбыҙ менән гел бәйләнештәбеҙ. Даими рәүештә посылкалар ебәреп торабыҙ. Йәйге каникулда төрлө файҙалы үҫемлектәрҙе йыйып, үлән сәйҙәре әҙерләнек. Тыуған еребеҙҙең хуш еҫтәре яугирҙәребеҙгә көс өҫтәһен", - ти лицей-интернат уҡыусылары.

💥Мәсәғүттәге күргәҙмәне күрергә  Дыуан районы Иҫке Хәлил ауылы уҡыусылары ла килде."Фронтовик яҙыусы Низам Ҡәрип - беҙҙең яҡташыбыҙ. Үҙенең "Күгәрсендәр" исемле әҫәрендә ул тыуған ауылыбыҙҙың тәбиғәтен шул тиклем матур итеп тасуирлаған. Беҙ уның менән ныҡ ғорурланабыҙ" - тине Иҫке Хәлил ауылынан килгән ҡунаҡтар.

Зөлфиә Ханнанова

Читайте нас