

Кисә республика Башлығы Радий Хәбиров тура эфирҙа халыҡ һорауҙарына яуап бирҙе. Бәйләнеш барышында Салауат Юлаев һәйкәленең яҙмышы тураһында һорау бирелде. Милли геройыбыҙҙың һәйкәлен реставрациялау барышы күрһәтелеүе иһә эфирҙы күҙәтеүселәр өсөн көтөлмәгән, әммә ҡыуаныслы мәл булды.
Тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев был йәһәттән үҙенең фекере менән бүлеште:
- Әйтергә кәрәк, һәйкәлгә реставрация кәрәк ине. Проект буйынса ул бронзанан эшләнергә тейеш булған да бит, әммә ул ваҡыттағы ил хужаһы Никита Хрущев бөтә башҡарылған эштәр ҙә арзан булһын, тип сығыш яһағас, Салауат Юлаевтың һыны бронза урынына суйындан ҡойола. Әммә суйындың яраҡлылыҡ ваҡыты оҙаҡ түгел икән.
Һәйкәлгә реставрация кәрәклеге көн кеүек асыҡ, әммә халыҡтың борсолоуын аңларға була – барыһын да еренә еткереп эшләргә аҡса етерме, әллә ул, оҙаҡ йылдар ремонтһыҙ ятып, юҡҡа сығырмы? Республика Башлығы был һорауға аныҡ яуап бирҙе - 2027 йылдың көҙөндә Салауат Юлаев һыны үҙ урынына урынлаштырыласаҡ, тине. Реставраторҙар һәйкәлгә проектта ҡаралған үҙ төҫөн ҡайтарырға вәғәҙә итте. Был аныҡ яуап, минеңсә, һәр кемде тынысландырҙы. Республика етәксеһе әйткән һүҙендә тора торған шәхес. Йөрәк түрендә урын алған һәйкәлебеҙ, тағы ла матурыраҡ булып, киренән ҡайтыр, Салауат Юлаев майҙаны халҡыбыҙҙың иң яратҡан майҙаны булып ҡалыр!