Бөгөн киске сәғәт 7-лә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тура эфирҙа республика халҡының һорауҙарына яуап бирә. Тура бәйләнеште Башҡортостан юлдаш телевидениеһында, «Рәсәй 24», «Башҡортостан 24», «Вся Уфа», «Сәләм», UTV телеканалдарында, социаль селтәрҙәрҙә ҡарарға, шулай уҡ «Юлдаш» радиостанцияһында тыңларға мөмкин.
– Был дәүләт кимәлендәге ҙур сара, – тип белдерҙе Радий Фәрит улы оператив кәңәшмәлә һәм Хөкүмәт ағзалары менән муниципалитет башлыҡтарын да бәйләнештә булырға саҡырҙы. – Байтаҡ һорауҙар килде лә инде. Мөмкин тиклем күберәк һорауҙарға яуап бирергә тырышасаҡмын.