

Сараны асып, ректор вазифаһын башҡарыусы Азат Шамил улы Бадранов бөйөк шағир Шәйехзада Бабичтың тарихи мираҫын һаҡлау мөһимлеген, конкурстың сәнғәтебеҙҙең- мәҙәниәтебеҙҙең үҫешенә әйҙәүсе көс булып тороуы тураһында әйтеп үтте, уңыштар теләне.
Әйтергә кәрәк: премия 30 йыл элек булдырылған. Уның күләме лә 150 меңдән 500- гә тиклем күтәрелгән. Ошо осорҙа әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә 24 кеше был бүләккә лайыҡ булған. Был юлы бөтәһе 13 кеше һәм ике төркөм дәғүә итә.
Фекер алышыу барышында өс номинант конкурс эштәрен яҡланы.
Земфира Рәшитова- "Хазина" этнопроект етәксеһе. Коллектив "NAZA" музыкаль альбомын тәҡдим итте. Тик ҡатын - ҡыҙҙарҙан торған коллектив халҡыбыҙ сәнғәтен, мәҙәниәтен үҫтереүҙә яңы асыштар эҙләнеү юлында. Земфира Рәшитова, ҡурайы менән халыҡ күңелен яулап өлгөргән берҙән- бер ҡатын- ҡыҙ ҡурайсы.
Әлиә Исҡужина - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы. Башҡорт вокал сәнғәтен популярлаштырыу буйынса башҡарылған эш һөҙөмтәләре менән таныштырҙы.
Дамир Тайыпов- Башҡортостандың атҡаҙанған артисы.Классик сәнғәтте һәм милли вокал мираҫты популярлаштырыу буйынса сығыш яһаны. 28 тапҡыр төрлө кимәлдәге конкурстарҙа лауреат исеме яулаған.
Һәр береһенең юғары башҡарыу оҫталығына шаһит булды залда ултырыусылар. Ижадтарына, киләсәк пландарына ҡағылышлы һорауҙарға төплө матур яуаптар алынды.
Башҡортостаныбыҙҙың мәҙәни мираҫының бөйөклөгөн һәм матурлығын иҫбат итә алырлыҡ юғары кимәлдәге сәнғәт оҫталарына уңыштар теләйбеҙ. Шәйехзада Бабич исемендәге премия лауреаттары исемлеген лайыҡлылар дауам итеренә ышанабыҙ.
Фәйрүзә Абдулова



