Новости
24 Октября 2025, 07:57

Кескәйҙәрҙе абилитациялау буйынса проект грантҡа лайыҡ булды

Башҡортостан 2026 йылғы Президент гранттарының беренсе конкурсында коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың активлығы буйынса Рәсәй төбәктәре рейтингында беренсе урынды алған. 

Кескәйҙәрҙе абилитациялау буйынса проект грантҡа лайыҡ булдыКескәйҙәрҙе абилитациялау буйынса проект грантҡа лайыҡ булды
Кескәйҙәрҙе абилитациялау буйынса проект грантҡа лайыҡ булды

Башҡортостан 2026 йылғы Президент гранттарының беренсе конкурсында коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың активлығы буйынса Рәсәй төбәктәре рейтингында беренсе урынды алған. Президент гранттары фонды сайтында республиканан 636 ғариза теркәлгән. 

Конкурсҡа илдең бөтә төбәктәренән бөтәһе 8184 коммерцияға ҡарамаған ойошма ғариза биргән, уларҙың дөйөм һаны – 9310. Конкурс һөҙөмтәләре ғинуарҙа билдәле буласаҡ, проекттар февралдә тормошҡа ашырыла башлай. Проекттар махсус операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүҙе, уҡыусыларға имтихандарға әҙерләнгәндә ярҙам күрһәтеүҙе, Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары тураһында хәтерҙе мәңгеләштереүҙе һәм башҡа социаль эшмәкәрлек йүнәлештәрен үҙ эсенә ала. 

Педагог-психолог  Фәһим Кәйекбирҙин әйтеүенсә, "взРАСти зернышко добра" проекты 4-14 йәштәге аутистик спектры боҙолған балаларҙы интенсив абилитациялауға йүнәлтелгән.

– Ауырыуҙы иртә асыҡлау маҡсатында ADOS диагностика материалы һатып алыу, ике клиник психологты уҡытыу һәм аутистик спектры боҙолоу хәүефе булған балаларҙы, барлыҡ теләүсе ғаиләләрҙе һынап ҡарау планлаштырыла. 48 бала ата-әсәләр ҡатнашлығында психолог менән кәңәшләшәсәк, унда баланың көслө һәм көсһөҙ яҡтары билдәләнәсәк. Проект үҙенсәлеге шунда – аутистик спектры боҙолған балалар менән эшләүҙә фәнни нигеҙләнгән алымдар ҡулланыу, был тәжрибәне ата-әсәләргә, шулай уҡ дөйөм белем биреү учреждениелары педагогтарына тапшырыу, - ти ул.

Үҙәк етәксеһе Светлана Котлярова белдереүенсә, айына ике тапҡыр ата-әсәләргә психологтар тарафынан психологик ярҙам күрһәтеләсәк. Уларҙы берләштереү, психоэмоциональ фонды яҡшыртыу маҡсатында ата-әсәләр комитеты ойошторола, күмәкләп ял итеү урындарына барыу графигы төҙөлә. Проект барышында Мәскәү ҡалаһынан билдәле аналитик Е.Жестковтың килеүе көтөлә. Тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында өс көнлөк семинар-практикум үткәреү ҙә күҙаллана. Проект сиктәрендә үҙәк белгестәре тәжрибә уртаҡлашыу, шулай уҡ проблемалы кейстарҙы тикшереү маҡсатында дөйөм белем биреү мәктәптәренә, балалар баҡсаларына барасаҡ.

Кескәйҙәрҙе абилитациялау буйынса проект грантҡа лайыҡ булды
Кескәйҙәрҙе абилитациялау буйынса проект грантҡа лайыҡ булды
Автор:Раиля Галеева
Читайте нас