Новости
23 Октября 2025, 14:00

"Рәсәй төркиҙәре Ватан һағында"

Өфөлә "Рәсәй төркиҙәре Ватан һағында" исемле ғилми форум үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
"Рәсәй төркиҙәре Ватан һағында""Рәсәй төркиҙәре Ватан һағында"
"Рәсәй төркиҙәре Ватан һағында"

Асыу тантанаһында ҡатнашыусыларҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы - йәмәғәт ойошмаларының Халыҡ-ара берлеге Президиумы рәйесе Айытҡолова Эльвира Ринат ҡыҙы, "Башҡортостан Республикаһының Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы" Дөйөм Рәсәй йәмәғәт дәүләт ойошмаһының төбәк бүлексәһе рәйесе, " Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фондының Башҡортостан филиалы етәксеһе, филология фәндәре докторы Ҡолһарина Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы һ. б сәләмләне.

Был сараны ойоштороусыларҙың береһе - Фәндәр академияһының ғилми хеҙмәткәре, социология фәндәре кандидаты Йосопов Ильшат Фәрит улы был сара бына нимә тине: "Бындай форумды беҙ  дүртенсе тапҡыр үткәрәбеҙ. Быйылғы йыл- "Ватанды һаҡлаусылар" йылы һәм Еңеүгә 80 йыл булараҡ, ошо тема һайланды. Төрлө республикаларҙан, өлкәләрҙән 40 - тан ашыу эксперт ҡатнашты.(Мәскәү, Санкт - Петербург, Ҡазан, Чебоксары, Астрхань, Иркутск, Таулы Алтай, Силәбе, Якутия...) Төп маҡсатыбыҙ - фәнни фекерҙәр, тикшеренеүҙәр, ҡаҙаныштар менән уртаҡлашыу. Хәҙерге ауыр шарттарҙа, беҙгә, бигерәк тә, ниндәйҙер идеяларҙы үҫтереү, камиллаштырыу маҡсатында берҙәмлек кәрәк. Йәмғиәттәге теләктәшлек - беҙҙе берләштереүсе көс икәнлеген оноторға ярамай".


Ф.Абдулова

Автор:Файруза Абдулова