Институттың әҙәбиәт ғилеме бүлеге мөдире, филология фәндәре докторы Миңлеғәли Нәҙерғолов тарафынан төҙөлгән йыйынтыҡ Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә баҫылған. Китапҡа күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе, ғалим Ғәли Соҡоройҙоң беҙҙең көндәргә баҫма һәм ҡулъяҙма хәлендә килеп еткән шиғырҙары, хаттары, тарихи һәм публицистик яҙмалары, шулай уҡ уға бәйле ҡайһы бер архив материалдарының күсермәләре тупланған.
Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының директоры, философия фәндәре докторы, профессор Зөһрә Рәхмәтуллина сараны асып, «Республикабыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре илебеҙ тарихында, халыҡ аңында, ғалимдар хәтерендә һаҡлана. Ғәли Соҡорой ошо шәхестәрҙең береһе», - тип билдәләне, башҡарылған уртаҡ проекттар өсөн нәшриәт хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтенен белдерҙе.
Ҡатнашыусыларҙы Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге етәксеһе вазифаһын башҡарыусы, биология фәндәре кандидаты Илдус Шәйәхмәтов сәләмләне.
Миңлеғәли Нәҙерғолов был йыйынтыҡты әҙерләүҙә ярҙам күрһәткән рухташтарына рәхмәтен белдерҙе. “Ғәли Соҡоройҙоң ижадын өйрәнеү менән мин университеттың дүртенсе курсында уҡығанда, 1979 йылда уҡ шөғөлләнә башланым, диплом эшемде лә уның“Хажнамә” әҫәре буйынса яҡланым, - тине ғалим. - Институтҡа эшкә килгәс эҙләнеүҙәремде дауам тиием. Өфөлә, Ҡазанда, Санкт-Петербургта Ғ.Соҡоройға, Ғ.Кейековка бәйле байтаҡ ҡулъяҙмаларҙы табып өйрәндем. 1995 йылда Соҡоройҙоң әҫәрҙәрен туплап, “Шәм яҡтыһы” тигән китап сығарғайным. Яңы баҫма уның ҡабатланған, яңынан сығарылған варианты түгел. Был китапта әҙиптең әҫәрҙәре хәҙерге башҡорт теленә тәржемә итеп түгел, транслитерация юлы менән, йәғни хәҙерге башҡорт алфавитына күсермә рәүешендә бирелде. Транслитерация юлы телдең диалект үҙенсәлектәрен мөмкин тиклем тәрәнерәк һаҡлай, бигерәк тә шиғри әҫәрҙәрҙең рифма, ритмик системаһы тулы килеш һаҡлана. Китаптың аҙағында алфавит тәртибендә һүҙлек, шулай уҡ аңлатмалар, белешмәләр һәм ҡайһы бер яҙма сығанаҡтарҙың скан-күсермәләре бирелде”.
Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең ғилми архивы хеҙмәткәре Фәнисә Көмөшҡужина, Ә.-З. Вәлиди ис. Милли китапхананың ҡулъяҙмалар һәм һирәк баҫмалар бүлеге мөдире, филология фәндәре кандидаты Флүр Сибәғәтов, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының Көнсығыш ҡулъяҙмалар бүлегенең ғилми хеҙмәткәре, Ғ.Хөсәйенов ис.Ҡулъяҙмалар фонды һаҡлаусыһы , филология фәндәре кандидаты Рәшит Аҡкөбәков Ғ.Соҡоройҙоң архивтарҙа һаҡланған ҡулъяҙмалары хаҡында һөйләне. Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Тәнзилә Дәүләтбирҙина, БР Милли әҙәбиәт музейы директоры, филология фәндәре кандидаты Зәки Әлибаев, Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт әҙәбиәте һәм Ватан һүҙ сәнғәте кафедраһы доценты, филология фәндәре кандидаты Илшат Янбаев сығыштарында ҙур рухи мираҫ ҡалдырған әҙиптең башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүгә индергән өлөшө хаҡында һүҙ алып барҙы.
Тәтешле районының Иҫке Соҡор ауылындағы Ғ.Соҡорой музейының мөдире, һәүәҫкәр тарихсы, имам-хатиб Бәхтигәрәй Армашин күренекле шәхестең яҡташтарынан сәләм еткерҙе, әҙиптең ижадын һаҡлау маҡсатында башҡарылған эштәр өсөн ғалимдарға рәхмәт белдерҙе.
Сығыш яһаусылар яңы йыйынтыҡты, уны төҙөүсе Миңлеғәли Нәҙерғоловтың башҡорттоң арҙаҡлы улы Ғәли Соҡоройҙоң рухи мираҫын һаҡлау, халыҡҡа еткереү буйынса башҡарған күп йыллыҡ хеҙмәтен юғары баһаланы.
2026 йылдың ғинуар айында Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 200 йыл тулыу Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған указға ярашлы республика кимәлендә киң билдәләнә.